Бөтә яңылыҡтар

Хәйбуллалар «Башҡорт аты» фестивалендә лайыҡлы сығыш яһаны!

Барлыҡ ҡатнашыусыларҙы ҡотлайбыҙ, артабанғы уңыштар теләйбеҙ!

Хәйбуллалар «Башҡорт аты» фестивалендә лайыҡлы сығыш яһаны!
Хәйбуллалар «Башҡорт аты» фестивалендә лайыҡлы сығыш яһаны!

Баймаҡ районында «Башҡорт аты» башҡорт тоҡомло аттарҙың республика фестивале уҙҙы. Беҙҙең район был сарала әүҙем ҡатнашты.

Хәйбулла һыбайлылары фестиваль сиктәрендә уҙғарылған башҡорт тоҡомло аттар парадында ҡатнашты. Яҡташтарыбыҙ ғәҙәттәгесә призлы урындарһыҙ ҡалманы.

Шулай, 4 йәштәге айғырҙар араһында Башҡортостан Республикаһының асыҡ чемпионатының «Башҡорт тоҡомло аттарҙың иң яҡшы вәкиле» номинацияһында Алан ҡушаматлы айғыр (Тазетдинов И.М. КФХ-һы, Степной ауылы) 1-се урынға лайыҡ булды!

5 йәштәге һәм унан өлкәнерәк бейәләр араһында Башҡортостан Республикаһының асыҡ чемпионатының «Башҡорт тоҡомло аттарҙың иң яҡшы вәкиле» номинацияһында Искорка ҡушаматлы бейә 2-се урын алды (шәхси эшҡыуар Күсәрбаев Н.И. Иҫәнгилде ауылы).

3 йәштәге айғырҙар араһында Башҡортостан Республикаһының асыҡ чемпионатының «Башҡорт тоҡомло аттарҙың иң яҡшы вәкиле» номинацияһында Азив ҡушаматлы айғыр (Тазетдинов И.М. КФХ-һы, Степной ауылы) 3-сө урынды яуланы.

Башҡортостан Республикаһы асыҡ чемпионатының «Башҡорт аты» ат-спорт ярыштарында бөтә тоҡом аттары өсөн 14000 метр арауыҡта 4-се призлы урынды Орлик ҡушаматлы айғырҙа Яңы Петровка ауылынан Владимир Матвеев алды һәм 40000 һумлыҡ сертификат отто.

Шулай уҡ беҙҙең егеттәр Алексей Сәлимов, Илфат Мәмбәтов, Александр Трифонов «Тай-тулаҡ» ярыштарында ҡатнашты һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.

Башҡорт атына арналған фестивалдә ҡымыҙ бешеүселәрҙең йәрминкәһе уҙҙы. Почет грамотаһы менән Иҫәнгилде ауылынан Нур Күсербаевты «16-сы республика ҡымыҙ бешеүселәр конкурсында иң йәш креатив ҡатнашыусы» булараҡ бүләкләнеләр.

Барлыҡ ҡатнашыусыларҙы ҡотлайбыҙ, артабанғы уңыштар теләйбеҙ!

 

фото һәм мәғлүмәт: Хәйбулла мәғлүмәт-консультация үҙәге.

Хәйбуллалар «Башҡорт аты» фестивалендә лайыҡлы сығыш яһаны!
Хәйбуллалар «Башҡорт аты» фестивалендә лайыҡлы сығыш яһаны!
Хәйбуллалар «Башҡорт аты» фестивалендә лайыҡлы сығыш яһаны!
Хәйбуллалар «Башҡорт аты» фестивалендә лайыҡлы сығыш яһаны!
Хәйбуллалар «Башҡорт аты» фестивалендә лайыҡлы сығыш яһаны!
Хәйбуллалар «Башҡорт аты» фестивалендә лайыҡлы сығыш яһаны!
Хәйбуллалар «Башҡорт аты» фестивалендә лайыҡлы сығыш яһаны!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас в