Бөтә яңылыҡтар

"Оҙон бәйге" еңеүсеһенә - автомобиль!

Кисә Баймаҡ районында үткән "Башҡорт аты" республика фестивалендә иң шәп бәйгеселәр асыҡланды. Уларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бүләкләне.

"Оҙон бәйге" еңеүсеһенә - автомобиль!
"Оҙон бәйге" еңеүсеһенә - автомобиль!

«Оҙон бәйге» ат сабышында, 14 саҡрым аралыҡҡа сабыуҙа Баймаҡ районы вәкиле Алмас Шөғөров үҙенең Турысайында беренсе булып килде. Һәм еңде! Радий Хәбиров уға Кубок һәм "Лада Гранта" автомобиле асҡысы тапшырҙы.

Икенсе урында - Силәбе вәкиле. Ул 120 мең һумлыҡ аҡсалата призға лайыҡ булды. Өсөнсөлә - Баймаҡ районы сабышсыһы, 90 мең һум приз.

Ҡотлайбыҙ!

Фото: "Башинформ".

Автор:Алһыу Ишемғолова.
Автор:
Читайте нас в