Бөтә яңылыҡтар

Баймаҡ районында - «Башҡорт аты» фестивале

Тамашасыларҙы нимә көтә?

Баймаҡ районында - «Башҡорт аты» фестивале
Баймаҡ районында - «Башҡорт аты» фестивале

29-30 июлдә Баймаҡ районының Граф күле буйында «Башҡорт аты» республика башҡорт тоҡомло аттар фестивале ойошторола. Уның маҡсаты  — республикала йылҡысылыҡ, ҡымыҙ бешеү һәм халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт аттарын үрсетеүгә һәм популярлаштырыуға булышлыҡ итеү.

Фестиваль ҡунаҡтарын бай һәм ҡыҙыҡлы программа көтә: спорт ярыштары, эшлекле һәм мәҙәни саралар.

«Ылаҡ», «Ауҙарыш» кеүек милли уйындар, ат сабыштары була. Бынан тыш, «Мәргән уҡсы» төбәк-ара фестивале, аттар парады үткәрелә.

Башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау буйынса түңәрәк өҫтәлдәр, шулай уҡ «Рәсәй төбәктәренең абориген аттарын һаҡлау һәм үрсетеү» бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы планлаштырыла.

Фестивалдең һуңғы көнөндә Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Арғымаҡ» этно-төркөмө артистары, Zainetdin, «Splash» барабан шоуы, «Дәрүишхан» рок төркөмө, «Йатаған» этно-төркөмө, Guzel dance, Зилиә Бәхтиева, Иҙел Аралбаев һәм Әлфиә Ниғмәтуллина ҡатнашлығында ҙур концерт була.

 #bashhorsefest

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-07-27/bayma-rayonynda-bash-ort-aty-festivale-tamashasylar-y-nim-k-t-2888052

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в