Бөтә яңылыҡтар

Конкурста ҡатнашығыҙ!

Конкурс бик ябай: ни бары балалар менән бергә башҡорт халыҡ уйындарын уйнап, уны видеоға төшөрөп ебәрәргә кәрәк.

Конкурста ҡатнашығыҙ!
Конкурста ҡатнашығыҙ!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы Республика ата-әсәләр комиссияһы «Башҡорт халыҡ уйындары» конкурсын иғлан итә.

«Балалар менән бергә башҡорт халыҡ уйындарын уйнайбыҙ һәм уны видеоға төшөрөп ебәрәбеҙ! Йәмле йәй көндәрендә балаларға ҡыҙыҡлы уйындар уйнатып уҙғарайыҡ!» — тип иғлан итә комитет үҙенең сәхифәһендә.

Башҡорт халыҡ уйындарының быуындан быуынға тапшырылып, әлеге көндәргә тиклем һаҡланып ҡалғандарына иғтибар итһәң, улар халыҡтың уҙған тормошон, мәҙәниәтен, көнкүрешен күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә. Халыҡ уйындарының йәш быуынды тәрбиәләүҙә тотҡан урыны, әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.

«Башҡорт халыҡ уйындары» конкурсы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы Республика ата-әсәләр комиссияһы тарафынан ойошторола.

Конкурстың маҡсаты һәм бурыстары:
- башҡорт халыҡ уйындарын тергеҙеү, һаҡлап ҡалыу, пропагандалау;
- балаларҙа халыҡ уйындарына ҡыҙыҡһыныу арттырыу;
- балаларҙа сәләмәт тормошҡа ынтылыш тәрбиәләү;
- башҡорт халыҡ уйындары аша балаларҙа дуҫлыҡ, ярҙамсыллыҡ, берҙәмлек сифаттарын тәрбиәләү;
- балаларҙа халҡыбыҙҙың үткәненә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.

Конкурста балалар түбәндәге йәш төркөмдәре буйынса ҡатнаша:
1-се төркөм – 4-7 йәшлектәр;
2-се төркөм – 1-4-се класс уҡыусылары;
3-сө төркөм – 5-8-се класс уҡыусылары;
4- се төркөм – 8 -11-се класс уҡыусылары.

Ебәрелгән эштәргә талаптар:

1-се файл - уйындың атамаһы, йөкмәткеһе (шрифт Times New Roman , кегль 14, интервал 1,5, формат doc/docx) башҡорт телендә яҙыла.

2-се файл - балаларҙың йәше, белем биреү учреждениеһының атамаһы, етәксенең (етәкселәрҙең) исем-фамилияһы башҡорт теледә яҙыла (шрифт Times New Roman , кегль 14, интервал 1,5, формат doc/docx).

Конкурсҡа түбәндәге темаларға видео материалдар һәм оҫталыҡ дәрестәре ҡабул ителә:
«Ҡыҙҙар уйыны»;
«Малайҙар уйыны»;
«Коллектив уйын»;
«Персонаждары булған сюжетлы-ролле уйын»;
«Ярыш (спорт) уйындары»;
«Йәнлектәрҙе һәм ҡош-ҡорттарҙы эләкләгән импровизациялы уйын-бейеүҙәр»;
«Байрамдарҙы оҙатыусы уйындар»;
«Заманлаштырылған уйындар».

Баһалау критерийҙары:
Уйындарҙың башҡорт милли уйындары булыуы;
Төбәк компоненты;
Ижади ҡараш, оригинал бирелеш;
Йәш төркөмдәренең тура килеүе;
Киң таралмаған, һирәк осрай торған уйындарға өҫтөнлөк бирелә.

Конкурстың шарттары һәм үткәреү тәртибе:

Конкурста ҡатнашыу өсөн «Бәйләнештә» («В контакте») социаль селтәрендә «Атай-әсәйҙәр комитеты» https://vk.com/bashkomitet төркөмөнә яҙылырға кәрәк.

Видеоматериалдар, оҫталыҡ дәрестәре яҙмалары «Бәйләнештә» («В контакте») социаль селтәрендә https://vk.com/bashkomitet адресы буйынса 2022 йылдың 15 авгусына тиклем ҡабул ителә.

Видеояҙмаларҙың оҙонлоғо бер минуттан биш минутҡа тиклем.

Конкурстың һөҙөмтәләре, еңеүселәрҙе бүләкләү ваҡыты һәм урыны:

Ойоштороусының «Бәйләнештә» («В контакте») социаль селтәрендә https://vk.com/bashkomitet адресы буйынса сәхифәһендә күрһәтеләсәк.

 

Сығанаҡ:ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ

"Шоңҡар" журналы.

Фото:pedagogic.ru

 

Автор:
Читайте нас в