Бөтә яңылыҡтар

Иң яҡшы ҡымыҙ бешеү оҫталарын һайлайҙар

Был конкурс башҡорт тоҡомло аттар фестивале барышында үткәрелә

Иң яҡшы ҡымыҙ бешеү оҫталарын һайлайҙар
Иң яҡшы ҡымыҙ бешеү оҫталарын һайлайҙар

Баймаҡ районында ҡымыҙ бешеүселәрҙең республика конкурсы ойошторола.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының тейешле бойороғо рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Был конкурс башҡорт тоҡомло аттар фестивале барышында үткәрелә, аныҡ көнө әлеһә билдәһеҙ.

Конкурста ҡатнашыусылар ике этапта баһалана: тәүҙә ҡымыҙ бешеүсенең теоретик белеме тикшерелә, һуңынан эсемлектең сифатына баһа бирелә.

Кем күберәк балл йыйған, шул еңеүсе тип таныла.

Конкурста иң өлкән ҡатнашыусы, иң йәш ижади ҡатнашыусы, продукцияны үҙенсәлекле итеп биҙәгән өсөн бүләктәр һәм тамашасылар һөйөүе призы ҡаралған.

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в