9 июлдә «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексын асыу тантанаһы була, тип хәбәр итте бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә. Был - Рәсәйҙә берҙән-бер палеолит осороноң ҡая сәнғәте музейы. Музей комплексы экспозицияһы ете тематик блоктан тора. Боронғо рәсемдәрҙең Францияның Монтиньяк ҡалаһында эшләнгән күсермәһе — иң сағыу экспонаттарҙың береһе.
«Беҙ Рәсәй Фәндәр академияһы президентының һәм ҙур ғилми делегацияның килеүен көтәбеҙ. Музей комплексында ике ҙур ғилми конференция уҙғарырға уйлайбыҙ», — тине Радий Хәбиров.