Бөтә яңылыҡтар

Үзбәкстанда Һабантуй ойошторола

Быйыл ул Ташкент ҡалаһындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡорт мәҙәни үҙәгенең  30 йыллығына арнала

Үзбәкстанда Һабантуй ойошторола
Үзбәкстанда Һабантуй ойошторола
19 июндә Ташкент ҡалаһының Central Park мәҙәниәт һәм ял паркында милли байрам — Һабантуй үткәрелә. Быйыл ул Ташкент ҡалаһындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡорт мәҙәни үҙәгенең һәм Татар мәҙәни-ағартыу үҙәгенең 30 йыллығына  арнала, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының матбуғат секретары Зилә Баймырҙина.

Үзбәкстанда йәшәгән ватандаштарыбыҙ менән осрашыуҙан һуң Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, тантаналы сараларҙа рәсми делегация ҡатнаша. Уның составына Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, Башҡортостан Республикаһы Башлығының мәҙәниәтте һәм йәштәр сәйәсәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Радик Юлъяҡшин, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, шулай уҡ артистарҙың ижади төркөмө инде.

Һабантуйҙа башҡорт тирмәһе ҡорола, уйындар һәм спорт ярыштары ойошторола, уҡтан атыу, милли уйын ҡоралы ҡурайҙа уйнау һәм башҡорт кейемен тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.

Һабантуйҙа Үзбәкстан, Башҡортостан, Татарстан сәнғәт оҫталары һәм «Изге Нур», «Дуҫлыҡ», «Йәшлек», «Ләйсән», «Һандуғастар», «Мираҫ» үҙешмәкәр коллективтары сығыш яһай. Байрам концертында Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин һәм «Элвин Грей» проекты, «Zainetdin» этно-төркөмө, ҡурайсы Юлай Ҡасимов ҡатнаша.

Сәфәр программаһында Үзбәкстандың Алишер Навои исемендәге Милли китапханаһына барыу, китапхана фондын тулыландырыу өсөн башҡортса китаптар тапшырыу планлаштырыла.

Шулай уҡ Хәҙрәти-Имам комплексы етәкселеге менән осрашыуҙа башҡорт телендәге Изге Ҡөрьән Кәрим китабын тапшырыу тантанаһы була.

 

Фото:Олег Яровиков
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в