Уҡытыусы тигән даны бар
Төхфәт Морат 1906 йылдың 21 ғинуарында Орск өйәҙе Ишембәт ауылында (хәҙер Йылайыр районындағы бөткән ауыл) батша армияһының отставкалағы офицеры, Георгий тәреләре тулы кавалеры, ауыл мәҙрәсәһенең мөғәллиме Фәттәхетдин Аллағыуат улының ғаиләһендә донъяға килгән. Башланғыс белемде атаһы уҡытҡан мәҙрәсәлә ала. Һуңынан Темәстәге фабрика-завод өйрәнсектәр мәктәбендә (ФЗУ) уҡый. Артабан Ырымбур башҡорт педагогия техникумында башлаған уҡыуын Өфөлә педагогия техникумында тамамлай. «Сәсән» журналы редакцияһында, Башҡортостан китап нәшриәтендә хеҙмәт юлын башлай.
1936 йылдан Хәйбулла районы мәғариф бүлеге инспекторы, Аҡъяр башҡорт урта мәктәбендә уҡыу‑уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Алты йыл буйы йәмәғәт башланғысында мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзының район комитеты рәйесе вазифаһын үтәй. Район үҙәгендәге һәм мәктәптәге йәш һәүәҫкәр яҙыусыларҙың әҙәби түңәрәген ойоштороп, уның менән етәкселек итә. Башҡорт теле уҡытыусылары секцияһын етәкләй. Хатта драма түңәрәген дә булдырып, унда ауыл йәштәрен йәлеп итә.
Бынан тыш, башҡорт фольклор ҡомартҡыларын йыйыу һәм өйрәнеү менән шөғөлләнә, уҡытыу методикаһы, педагогика, тел ғилеме өлкәһендә фәнни проблемалар менән ҡыҙыҡһына.
Ижадында – илһөйәрлек рухы
Төхфәт Морат Ырымбур педагогия техникумында Сәғит Агиш, Баязит Бикбай, Зәйнәб Биишева менән бергә уҡый, уның ижад юлы ла тап шул осорҙа башлана. Шиғырҙар, хикәйәләр, повестар яҙыуҙан тыш, тәржемә эше менән шөғөлләнә. В. Г. Короленконың «Йәмһеҙ йәмғиәттә» («В дурном обществе», 1935) повесын башҡорт теленә тәржемә итә.
Төхфәт Мораттың үткер шиғри деталдәргә бай ижады йәш быуында илһөйәрлек рухын тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай. Уның күңелгә ятышлы шиғырҙары республика һәм район матбуғаттарында күп баҫылды, әҙәбиәт һөйөүселәр араһында популяр булды. Байтаҡ әҫәрҙәре «Йыр сафта ҡала» (1960), «Окопта яҙылған шиғырҙар» (1975), «Утлы йылдар ауазы» (1991) коллектив йыйынтыҡтарына, «Башҡорт поэзияһы антологияһы»на (1971) индерелә, тиҫтәнән ашыуы рус теленә тәржемә ителде. Ҡайһы бер шиғырҙарына көй яҙылды: мәҫәлән, Р.Шәйхразиев «Көт һалдатыңды», Ишмулла Дилмөхәмәтов «Һайра һары һандуғасым» йырҙарын ижад итәләр. Фронтовик-шағирҙың ҡайһы бер шиғырҙары, поэмалары Данил Хәсәншиндың «Бөйөк рядовой» операһында файҙаланылған.
Флүрә Бураншина.
Баймаҡ ҡалаһы.
Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 18-се һанында уҡығыҙ.