«Беҙ аҡланыҡ көрәш уттарында Салауаттың нәҫеле булыуҙы...»

Герой-ҡала Ленинград өсөн алыштарҙа Башҡортостандан меңәрлә­гән яугир һуғышҡан. Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү район музейы директоры Рәзилә Байғусҡарованың һүҙҙәре буйынса, унда Хәй­булланан 260-тан ашыу кеше ҡатнашҡан, шуларҙың 197-һе һәләк булған, хәбәрһеҙ юғалған йәки яраларҙан үл­гән, ә 12-һе ҡаланың үҙен­дә ерләнгән. «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән 25 яугир бүләклән­гән. Бөгөн шуларҙың береһе – билдәле педагог Абдул­ла Вәхитов тураһында һүҙ алып барабыҙ. Ул ошо ҡан ҡойғос һуғыштарҙың бе­реһе – Ленинград ҡалаһын һаҡлауҙа һәм уны ҡамауҙан азат итеүҙә ҡатнашып, утлы яу юлын Германияла тамам­лай.

«Беҙ аҡланыҡ көрәш уттарында Салауаттың нәҫеле булыуҙы...»«Беҙ аҡланыҡ көрәш уттарында Салауаттың нәҫеле булыуҙы...»
«Беҙ аҡланыҡ көрәш уттарында Салауаттың нәҫеле булыуҙы...»

Абдулла Шаһивәли улы 1903 йылдың 15 октябрендә Юлба­рыҫ ауылында тыуған. Ғәрәп, фарсы, төрки телдәрен бел­гән. Ырымбур башҡорт пе­дагогия техникумын, Өфөлә­ге К.Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институ­тын тамамлаған.

Тыуған ауылындағы башланғыс мәктәптең мө­дире була. Ишембәт, Айы­улы мәктәптәрендә уҡыта. 1934 йылдан Аҡъяр мәктәбе директоры, район мәғариф бүлегендә мөдир, инспек­тор вазифаларын башҡара. Бынан тыш, урындағы фоль­клор, әҙәбиәт һәм топони­мия буйынса мәғлүмәттәр туплай. 1927–1933 йылдарҙа үҫәргән һәм түңгәүер ырыуҙары ту­раһында йыйған материал­дарын Өфөләге фәнни-тик­шеренеү институты фондына тапшыра.

1943 йылдың 7 майында Хәйбулла районы хәрби комиссариаты тарафынан фронтҡа алына. Алғы һыҙыҡта рядовой, уҡсы булып хеҙмәт итә. Ленинград фронтындағы ҡаты алыштарҙа ҡатнаша. Ике тапҡыр ярала­на, госпиталдәрҙән сыҡҡас та йәнә алғы сафтар рәтен­дә һуғыша.

Көндөҙ Ленинград дош­мандың алыҫтан атыусы артиллерия орудиеһы­ның өҙлөкһөҙ утына ду­сар булған, ә төндә фа­шистарҙың самолеттары ҡалаға бер туҡтауһыҙ бом­балар яуҙырған. Абдулла­ның яуҙашы Әмир Моратов хәтерләүенсә, Ленинградты һаҡлауҙа ҡатнашҡан уның полкында байтаҡ ҡына яҡташтары, улар араһын­да ҡурайсы Ишҡәле Дил­мөхәмәтов та булған. Бер ваҡыт ул хеҙмәттәштәре менән бергә һаҡлаған блин­дажға полк комиссары һәм капитан килә.

–Ишҡәле, һиңә хәрби за­дание, – тине башҡортса береһе. – Ҡурайыңды ал да әйҙә беҙҙең менән.

Ул Абдулла Вәхитов булып сыға. Улар бергәләп еме­релгән йорттоң 3-сө ҡатына менә, бында балкондарҙың береһендә ҡеүәтле динамик урынлаштырылған була.

–Беҙҙең полкта Башҡор­тостандан егеттәр күп, уларҙың хәрби рухын күтәрергә кәрәк. Хәлеңдән килгәнсе ҡурайҙа уйна. Һине меңәрләгән кеше ишетәсәк һәм тыңлаясаҡ! Һин Ленин­градты ғына түгел, ә тыуған Уралды ла һаҡлайһың. Еңеү беҙҙең арттан буласаҡ, – тип мәсьәләне аңлатҡан Вәхи­тов.

Һәм ҡала буйлап боронғо башҡорт көйҙәре яңғырай башлай. Ҡурайҙың сихри һәм ҡабатланмаҫ моңо һәр бер әҙәмде, хатта фаши­старҙы ла тыңларға күн­дергән. Улар атыуҙарын туҡтатҡан. Музыка тынһа, немец артиллерияһы шун­да уҡ ут сәсә башлаған, әммә ҡурай йәнә яңғыраһа – ул туҡтаған. Ишҡәле Дил­мөхәмәтов еҙ ҡурайында 200-ҙән ашыу йыр-көйҙәрҙе уйнаған. Немецтар сихри моңдо тыңлап бөтөнләй атыуҙы туҡтата, ә был кем­дерҙеңдер ғүмерен ҡотҡа­ра, ниндәйҙер йортто еме­релеүҙән һаҡланы тигәнде аңлата. Абдулла Вәхитовтың заданиеһын ҡурайсы ту­лыһынса атҡарып сыға һәм был дуэлдә еңеп сыға.

Төп йөкләмәләренән тыш, Абдулла Шаһивәли улы төр­лө телдәрҙә сыҡҡан «На страже Родины» гәзитенең хәрби корреспонденты ла булған. Шиғырҙар ҙа ижад иткән, улар Тыуған илгә сикһеҙ һөйөү хисе менән һуғарылған.

1945 йылдың 1 авгусында демобилизациялана. Һуғышта күрһәткән ба­тырлыҡтары өсөн «Ле­нинградты обороналаған өсөн», «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалдары менән наградлана. Ҡыҙыл Байраҡ ордены, «Хеҙмәт ветера­ны» һәм башҡа миҙалдар, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә.

Район мәғарифын үҫтереү­гә тос өлөш индергән Абдул­ла Вәхитовтың балалары, туғандары ла уҡытыусы һөнәрен һайлап, ошо өлкәлә ҙур уңыштарға өлгәшкән. Хәҙерге ваҡытта уның исемен Аҡъ­яр һәм Юлбарыҫ ауылда­рындағы урамдар  йөрөтә.

Раян Атанбаев.

 

Фронт һәм иленән фронтҡа табан

Юл алдыҡ беҙ июнь айында,

Герой Салауат Юлай исемен яҡлап

Ҡайтырбыҙ беҙ шатлыҡ көнөндә.

Ҡулдарымда минең рус мылтығы,

Билдәремдә тулы патрон.

Ватан өсөн биргән антым менән

Дошмандарҙы тура атырмын.

Йәшел хәтфә кеүек булып ҡалды

Башҡортостан иленең ер-һыуы,

Фашист-дошмандарға ҡаршы асыу тотоп

Баҫылмай бит йөрәк ярһыуы.

Ҡарсығанан зирәк, керпек ҡаҡмай

Һаҡта тора яугир күҙ алмай,

Дошмандарҙы күрһә атып йыҡмай

Яугир күнеле ҡарап түҙә алмай.

Ракеталар яна, пуля оса,

Снарядтар ярылып геү килә,

Ер һелкенеп ҡара томан була,

Әзәм балалары ыңғырап бер була.

25 август 1943, Ленинград.

 

***

Ватаныбыҙ атар ал сәсәк

Дошман сигенә, ҡанын түгә,

Ояһына һөйрәй кәүҙәһен,

Тағы бер һуҡ, дошман йәнен бирһен,

Һуғышмаҫҡа итһен тәүбәһен.

Алға! Ҡотҡарырға бәйлеләрҙе,

Беҙҙе көтә дуҫтар зарығып,

Палач тоҙағында иҙеләләр

Яҡты ҡояш күрмәй асығып.

Гитлер ояһынан төтөн сыға,

Ялҡынланып янып китәсәк,

Дошман еңелер, ысынлыҡ еңер

Ватаныбыҙ атар ал сәсәк!

26 октябрь 1944, Ленинград.

 

Рига янынан

Ватан өсөн изге көрәштәрҙә

Яраланы мина киҫәге,

Ҡосағына алып нәҡ шул көндә

Машиналар һиңә килтерҙе.

Дауaландым гүзәл госпиталдә

Врачтарың миңә нәҡ әсәм,

Тәрбиәләп бик тиҙ төҙәттеләр,

Иҫән булып еттем мин тамам.

Рәхмәт һиңә данлы Ленинград,

Атҡаҙанған батыр халҡына,

Дауалана һиңдә һуғышсылар,

Стройға ҡайта барыһы ла.

Аҡ төндә алһыу шәфәҡ менән,

Бергә тыуа һиңдә ҡыҙыл таң.

Ҡыҙыл таңдан тыуған ҡояш кеүек

Тарихтарҙа йөрөр һинең дан.

Яраланған йыртҡыс ил сигендә,

Теле менән шаҡшы ҡан ялай,

Ас бүреләй олой көнбайышта,

Ҡан йәш түгә сиктең аръяғы.

Ялҡыттырҙы инде госпиталдә

Көтә булыр алғы постарың,

Илем ҡушҡан изге бурыстарын.

Үтәү өсөн “Алға!” дуҫтарым.

Ил теләгән тиҙерәк үтәү өсөн,

Иҫән булһын ғәзиз башҡынам,

Берлиндағы йылан ояларын

Туҙҙырырға көн дә ашҡынам.

Рәхмәт һиңә, Ленин ҡалаһына

Урта йәшлек ҡартты йәшәрттең,

Мәнгелек дан даһи Сталинға,

Бөйөк маршал озаҡ йәшәһен!

1 ғинуар 1945.

 

 

БАШҠОРТОСТАНҒА

Һиңә Башҡортостан ҡайнар сәләм

Абдуллаңдың һалдат булы­уынан,

Һәм фронтташ дуҫтар исеменән

Һағыныу хатым һуғыш ҡы­рынан.

Барып етһен һинең улдарың­дың

Юлбарыҫтай батыр булыуы.

Беҙ аҡланыҡ көрәш уттарын­да

Салауаттың нәҫеле булыуҙы.

Исемдәре Сәфәр Нураевтың,

Байғужиндың Хөрмәт, Ғил­мандың

Дошман өсөн улар йәшен булды

Һәм улар менән маҡтаңдың.

Улар бөгөн һинең бәхетеңде

Фронттарҙа уттан һаҡлай­ҙар,

Герой егеттәрең көрәштәрҙә

Бәхет, шатлыҡ һәм дан яулайҙар.

Еңеү даны, анты, һөйөү көсө

Ауыр юлда утта һынала.

Ватан һуғышында башҡорт егете

Арыҫландай батыр һанала.

Беҙ үтәрбеҙ биргән вәғәҙә­беҙҙе,

Еңеүселәр булып ҡайтырбыҙ.

Ә һеҙ ҡыҙғанмағыҙ көсөгөҙҙө

Тиҙерәк бөтөр беҙҙең ҡайғы­быҙ.

Ышанып көт халҡым, еңеү яҡын,

Фронт аша Еңеү таңы ата,

Дошман һәр көн кире сигенә

Яҡынлаша беҙҙең тантана.

22 сентябрь 1944 йыл.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас