ВЕТЕРАНДАРҒА
Рәхмәт, һеҙгә, рәхмәт, ветерандар,
Бөгөнгө тыныс, көләс яҙ өсөн.
Еңеү көнөндә күҙ йәштәре аша
Күңелдәргә тулған наҙ өсөн.
Рәхмәт, һеҙгә, ҙур аманат итеп,
Бүләк иткәнгә тыныс киләсәк.
Һеҙҙең ҡыйыулыҡты, батырлыҡты
Бөтә килер быуын беләсәк.
Рәхмәт, һеҙгә, тыныс таңдар өсөн,
Баш осондағы зәңгәр күк өсөн.
Еңеү көнө яҡынайһын, тейеп,
Һәр берегеҙ түккән күп көсөн.
Рәхмәтебеҙ һүрелмәҫ наҙ булып,
Үтеп инһен йөрәк түренә.
Һеҙгә булған сикһеҙ ихтирамыбыҙ
Бүләк булһын байрам көнөнә.
Рәхмәт, һеҙгә, барыһы өсөн дә.
Еңеү яҙы
Күңелдәргә наҙ һәм шатлыҡ өҫтәп,
Тағы бер яҙ килде еремә.
Әйтерһең дә, хатта яҙғы ҡояш
Ҡыуана кеүек Еңеү көнөнә.
Ер өҫтөнә яҙҙар килгән һайын,
Тәбрикләйбеҙ Еңеү байрамын.
Тыныс күңел менән тыңлайбыҙ беҙ
Талпынышып ҡоштар һайрауын.
Нисә тапҡыр аяҙ, зәңгәр күкле
Яҙҙар килә тыуған еремә.
Эй, Хоҙайым,ошо зәңгәрлекте
Ҡапламаһын һуғыш һөрөмө.
Тыныслыҡта үткән һәр бер йылдың,
Һәр бер көндөң ҡәҙерен беләйек.
Һәм уларҙы килер быуындарға
Ҙур бер бүләк итеп бирәйек.
Тыныслыҡтың ҡәҙерен беләйек.
Әнүзә Гәрәева.