Еңеү көнө - мультимедиалы тарихи паркында

“Рәсәй – минең тарихым” тарихи парктары 9 майҙа бөтә ил буйынса Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнөнә арналған саралар уҙғара. Был көндө мультимедиа тарихи парктарында концерттар, театр постановкалары, кино күрһәтелә, лекциялар, реконструкциялар һәм патриотик акциялар үткәрелә. Өфөлә "Рәсәй - минең тарихым" мультимедиа тарихи паркында был көндө бушлай 20 минутлыҡ экскурсиялар һәм патриотик фильмдар күрһәтеү ҡаралған:

Еңеү көнө  - мультимедиалы тарихи паркындаЕңеү көнө  - мультимедиалы тарихи паркында
Еңеү көнө - мультимедиалы тарихи паркында

“Рәсәй – минең тарихым” тарихи парктары 9 майҙа бөтә ил буйынса Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнөнә арналған саралар уҙғара. Был көндө мультимедиа тарихи парктарында концерттар, театр постановкалары, кино күрһәтелә, лекциялар, реконструкциялар һәм патриотик акциялар үткәрелә. Өфөлә "Рәсәй - минең тарихым" мультимедиа тарихи паркында был көндө бушлай 20 минутлыҡ экскурсиялар һәм патриотик фильмдар күрһәтеү ҡаралған:

12:00 һәм 14: 00 сәғәттәрҙә Бөйөк Ватан һуғышына сәйәхәт

13:00 һәм 15: 00 сәғәттәрҙә “Сталинград бәрелеше”нә сәйәхәт

12:30, 13:30, 14:30 һәм 15: 00 сәғәттә “Бөйөк Еңеү йондоҙҙары” фильмы күрһәтелә

13: 00 сәғәттә Интернетты үҫтереү институты ярҙамында булдырылған “Бер Таня ғына ҡалды” мини-сериалы күрһәтелә.

Бөтә Рәсәй буйынса 26 мультимедиа паркында Еңеү көнөнә арналған ҙур программа ла йәйелдереләсәк.

Байрамдың төп майҙансығы - ВДНХ-ның 57-се павильонындағы “Рәсәй - минең тарихым” тарихи паркы. Сараның программаһы киң: Рәсәйҙең халыҡ һәм атҡаҙанған артистары, МХО ҡатнашыусылары, Мәскәү дәүләт мәҙәниәт институты педагогтары һәм студенттары ҡатнашлығында һуғыш йылдары йырҙары концерты, реконструкторҙар сығышы - улар һуғыш йылдары тормошонан күренештәр уйнаясаҡ һәм 1940 йылдар бейеүҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, һуғыш осорондағы батырлыҡтар, мәҙәниәт, көнкүреш һәм тормош тураһында лекциялар уҡый, кинолар күрһәтелә.

Сара ҡунаҡтары “Георгий таҫмаһы” акцияһында ҡатнаша ала.

“Рәсәй - минең тарихым”  тарихи парктары - Рәсәйҙә боронғо замандан хәҙергә тиклемге ил тарихына арналған иң ҙур мультимедиа экспозиция комплексы. Проект Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Автор:Аклима Гизатуллина

Автор:
Читайте нас