Башҡортостан халҡын "Еңеү йөҙҙәре" проектында ҡатнашырға саҡыралар

Бөтә Рәсәй тарихи проекты шулай тип атала, ул «Рәсәй – минең тарихым» мультимедиа тарихи парктарында эшләй башланы.

Рәсәй – минең тарихым» мультимедиа тарихи паркының "Еңеү йөҙҙәре" проекты эшләй башланы. Башҡортостан халҡын да унда ҡатнашырға саҡыралар.

Илдең 26 төбәгендә Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының ғаилә тарихтарын йыйыуға тотондолар. Башҡортостан халҡы ла проектта ҡатнаша ала. Республика халҡы үҙенең яҡындары һәм туғандары – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш балалары һәм яҙмыштары һуғыш осоро менән бәйле булған кешеләр хаҡында һөйләй ала. Бөтә йыйылған тарихтар, фотоһүрәттәр һәм документтар Бөйөк Еңеү тураһында халыҡ йылъяҙмаһының бер өлөшө буласаҡ.❓

Проектта нисек ҡатнашырға? Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ата-бабағыҙ тураһында яҙығыҙ. Уны «Еңеү йөҙҙәре» бөтә халыҡ тарихи проектының рәсми сайтына ебәрегеҙ: https://лицапобеды.рф йәки: https://forms.yandex.ru/u/69f33c2d49af470efab98cfe формаһын тултырығыҙ.

 

Галина Морозова тексынан әҙерләнде, фото сығанағы: «Рәсәй – минең тарихым» мультимедиа тарихи паркы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Автор:
Читайте нас