9 май - Еңеү көнө
27 Апрель , 04:23

Өфөгә "Еңеү поезы" килде

10 меңдән ашыу кеше Өфөлә еңеү поезын ҡаршыланы    

Өфөгә "Еңеү поезы" килдеӨфөгә "Еңеү поезы" килде
Өфөгә "Еңеү поезы" килде

26 апрелдә Өфөләге тимер юл станцияһында "Еңеү паравозы"н тантаналы рәүештә ҡаршыланылар. Состав башында байрамса биҙәлгән "Лебеденка" паравозы бара ине. Поезд составында - Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы хәрби техника булған ун платформа. Быйыл беренсе тапҡыр ҡуйылған техника араһында "Т-70" танкы, 1939 йылғы гаубица, 1943 йылғы миномёт, зенит установкалары һәм "Прага" трофеялы чех танкыһы бар.
Куйбышев тимер юлының Башҡортостан буйынса төбәк идаралығы начальнигы урынбаҫары Дмитрий Новиков ретропоездың килеүе тураһындағы докладты ҡабул итте. Тантаналы сарала Башҡортостан Хөкүмәте, Өфө ҡалаһы хакимиәте, ветерандар, тимер юлсылар, уларҙың ғаилә ағзалары һәм башҡалар ҡатнашты. Өфө ҡунаҡтары, өфөләр өсөн концерт, һалдат бутҡаһы менән сәй ойошторолдо.
Быйыл "Еңеү паравозы" Куйбышев тимер юл магистраленең 22 тимер юл станцияһында туҡтай. Улар араһында Өфө, Стәрлетамаҡ һәм беренсе тапҡыр Туймазы бар.

Фото: Куйбышев тимер юлының Башкортостан буйынса төбәк идаралығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Автор:
Читайте нас