

Өләсәйемдең атаһы Өмөтбай Садиҡ улы Мортаев 1905 йылдың 6 февралендә Һабыр волосы Ҡәнзәфәр ауыл Советына ҡараған Аҡсура ауылында (хәҙерге Үрге Ғәле) тыуған. Бала сағы Октябрь революцияһы, Граждандар һуғышы, унан һуңғы йотлоҡ кеүек ауыр заманға тура килһә лә ул ошо ауылда ир етеп, яңы тормош төҙөүгә ҡушыла.
Фәүзиә өләсәйем һөйләүенсә, ауылда крәҫтиән хужалыҡтарын коллективлаштырыу, ер эшкәртеү артелдәре, ширҡәттәре төҙөлә башлағас, күпселеге ҡартатайым кеүек йәштәрҙән торған ғаиләләр артелгә берләшеп, яңы урынға күсеп сыға һәм хәҙерге Бикйән ауылына нигеҙ һала. Яңы урында нығынып, тормош яйға һалына башлағанда ғына ил өҫтөнә йәнә афәт килә – Бөйөк Ватан һуғышы башлана.
Ҡартатайымды һуғышҡа 1941 йылдың көҙөндә алалар. Ошо ваҡытта төҙөлөп ятҡан 112-се Башҡорт атлы аквалерия дивизияһына эләгә һәм уның 275-се кавалерия полкында хеҙмәт итә башлай. Өфө ҡалаһының Затон биҫтәһендә урынлашҡан лагерҙа 1942 йылдың яҙына тиклем ат өйрәтеп, һуғышҡа әҙерлек менән шөғөлләнәләр, ә апрелдә дивизияны эшелондарға тейәп, фронтҡа оҙаталар. Улар тура Көньяҡ-көнбайыш фронтҡа Сталинград һуғышына барып эләгә. Башҡорт атлыларына бик ҡаты һуғыштарҙа ҡатнашырға тура килә. 1942 йылдың 19 ноябрендә беҙҙән ғәскәрҙәр дошманды Сталинградтан алып ташлау өсөн көслө һөжүм башлай. Һуғыш бик ҡаты була. Ҡартатайҙың командиры ауыр яраланғас, уны санчасҡа, артабан госпиталгә оҙатып барырға тура килә. Үҙ полкынан тороп ҡалғас, ҡартатайым күпмелер ваҡыт 47-се гвардия кавалерия полкы составында һуғыштарҙа ҡатнаша, шулайҙа Бөйөк Еңеү көнөн тәүҙә хеҙмәт итә башлаған 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизия составында Берлинда ҡаршылай.
Ҡартатайым һуғыштан ауылға 1945 йылдың 26 авгусында ҡайтып төшә. Үҙе менән трофей-немец велосипедын бүләккә алып ҡайта. Шул турала белешмә һаман һаҡлана. “Постановление ГОКО-НКО №9054 от 23 июня 1945 г. Разрешить провоз в СССР велосипеда. Полевая почта- 18883 от 1 июля 1945 г. №391”, - тип яҙылған унда.
Ҡартатайым Ҡыҙыл йондоҙ ордены, “Германияны еңгән өсөн”, “Берлинды алған өсөн”, “Варшаваны азат иткән өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн”, “Ҡыйыулыҡ өсөн” һәм бихисап юбилей миҙалдары менән наградланған. “Ветеран 7-го Гвардейского Бранденбурского, орденов Ленина, Красного Знамени, Суворова квалерийского корпуса”, тигән билдәһе менән ул айырыуса ғорурланған.
1980 йылдың 9 майында 112-се (16-сы) Башҡорт гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы ветерандарының осрашыуына саҡырғандар. Ул бик ҡәнәғәт булып, ҡыуанып ҡайтҡан. Яугир иптәштәрен осратып, һөйләшеп, күмәкләп иҫтәлеккә фотоға төшкәндәр.
Һуғыштан ҡайтҡас ҡартатайым оҙаҡ йылдар колхоз рәйесе булып эшләй. Ғүмеренең һуңғы йылдарына тиклем ырҙын табағы мөдире була. Хаҡлы ялға сыҡһа ла эшен ташламай, йәштәр өсөн өлгө булып хеҙмәт итә. Ул 1985 йылдың 24 сентябрендә вафат булған.
Батыр Үтәғолов,
1-се Аҡъяр мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы.