Башҡортостанда ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевҡа һәйкәл асыла. Илеш районы башлығы Илдар Мостафин социаль селтәрҙә һөйләүенсә, монумент М7 федераль трассаһында ҡуйыласаҡ.
—Монтаж эштәре геройҙың тыуған төйәгенән — Илеш районының Бишҡурай ауылынан алыҫ түгел урында бара. М7 федераль трассаһында һәйкәл ҡуйыу үтеп барған күп кешеләргә уның ҡаҙаныштарын иҫкә төшөрөргә һәм батырлығы менән илһамланырға мөмкинлек бирәсәк, — тип билдәләне Илдар Мостафин.
Фото: Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин