Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
24 Сентябрь , 19:52

Фронтовик, сиҙәмсе, остаз

Ҡатмарлы тормош һуҡмағы буйлап атлаған һайын ҡайһы бер оло быуын кешеләрен иҫкә алып үтәһе килә. Шуларҙың береһе – һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, ике туған ағайым Абрар Аслаев тураһында булыр мәҡәләм.

Фронтовик, сиҙәмсе, остаз
Фронтовик, сиҙәмсе, остаз

Абрар Әғзәм улын Сиҙәм һәм күрше ауылдарҙа йәшәүсе халыҡтың кесеһе лә, олоһо ла яҡшы белә һәм ихтирам менән иҫкә алалар. Ул 1924 йылдың 17 авгусында Әбделнасир ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Шулай итеп, уның тыуыуына быйыл 100 йыл тулды. Ҙур ғаиләләге балаларҙың иң өлкәне Абрар ағай бәләкәй сағынан уҡ ғаиләнең таянысы булып буй еткерә. Ауыр йылдар булыуына ҡарамаҫтан, ете йыллыҡ белем ала һәм колхозда хеҙмәт юлын башлай.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға йылдан артыҡ ваҡыт уҙғас, 1942 йылдың авгусында 18 йәшлек Абрар Аслаев ауылдашы Имаметдин Шаһиғәлиев, Иҫәнгилденән Вәдүт Айытбаев, Әһлетдин Байгилдин менән бергә әрме сафына алына. Фронт һыҙығына юлланғанға тиклем Алкинола кесе командирҙар әҙерләгән училищела 6 ай уҡый. Һуңынан 1943 йылдың мартында сержант званиеһында фронтҡа ебәрелә.

Абрар Әғзәм улы иң тәүге һуғыш сирҡанысын Калинин фронтының 553-сө уҡсылар полкы составында Ржев ҡалаһы янындағы алышта ала. Көл-күмергә әүрелгән ауыл-ҡалаларҙы, мәкерле дошмандың ҡот осҡос йыртҡыслыҡтарын, мәсхәрәләнгән үле кәүҙәләрҙе үҙ күҙҙәре менән күргән совет һалдатының күңеле тетрәнә.

Һуғыш ветераны һөйләүенсә, бер саҡ юғары командованиенан Вязьма ҡалаһын азат итергә бойороҡ алына һәм шул утлы көндәрҙә сержант Аслаев отделение командиры итеп тәғәйенләнә. Ҡорал, хәрбиҙәр һаны менән өҫтөнлөк иткән дошман менән алышыу, әлбиттә, еңел булмай. Бындай мәлдә тәжрибә, тәүәккәллек менән көтмәгәндә һөжүм итеүҙең уңыш килтерәсәген һуғышсылар яҡшы белә. Абрар Әғзәм улы һуғышҡан полк башҡа полктарҙың яугирҙары менән берлектә дөйөм берҙәм стратегия нигеҙендә хәрәкәт итә. Алыш һигеҙ көн буйы дауам итә һәм ахыр сиктә беҙҙекеләр ҡаланы азат итә.

Тағы ла бер хәрби задание: урман эсендә урынлашҡан станция эргәһендәге күпер аша ғәскәр, ҡорал тейәлгән дошман эшелоны үтәсәген хәбәр итәләр һәм уның юлын нисек тә булһа өҙөргә! Оператив төркөмгә иң ҡыйыу егеттәр һайлап алына, төркөмдә саперҙар ҙа була. Барыһы ла алдан ҡабул ителгән план буйынса башҡарыла һәм һөҙөмтәлә күпер шартлатыла. Шул саҡта аңғармаҫтан ҡайҙандыр немецтар ата башлай – ләкин һуң инде. Отряд юғалтыуһыҙ, тик бер нисә яраланыусылар менән үҙ часына әйләнеп ҡайта. Күптәре хәрби наградаларға тәҡдим ителә, шулар араһында Абрар Аслаев та була.

1943 йылдың йәйендә Абрар Әғзәм улы Брянск, Смоленск фронттарында аяуһыҙ һуғыштарҙа ҡатнаша. Калинин (хәҙерге Тверь) ҡалаһы тирәһендәге ҡанҡойғос алыштарҙың береһендә уның һул аяғы ҡаты яралана, етмәһә, контузия ала. Мәскәү госпиталендә дауаланғандан һуң уны Баҡы ҡалаһына (Әзербайжан ССР-ының баш ҡалаһы) күсерелә. Госпиталдә уның бер аяғын ҡырҡалар, икенсе төркөм инвалиды булғас, Абрар ағайҙы тыуған яғына ҡайтаралар.

Оҙаҡ йылдар Әбделнасир ауылының «Елбаш» колхозында хисапсы булып эшләй. Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү осоронда, 1954-1959 йылдарҙа Иҫәнгилде ауылы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге бүлексәлә идарасы була. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа тарҡатылған, емерелгән хужалыҡты күтәреү, баҫыуҙарҙа уңышты арттырыу, малсылыҡ тармағын үҫтереү өсөн алды-ялды белмәй ең һыҙғанып эшләй. Хөкүмәт тарафынан уның хеҙмәте юғары баһалана – ул «Сиҙәм ерҙәрен үҙләштергән өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. 1960 йылдан Абрар Аслаев Сиҙәм ауыл Советында рәйес вазифаһын башҡара һәм бер нисә йылдан һуң «Хәйбулла» совхозының кадрҙар бүлеген етәкләй.

Был осорҙа «Хәйбулла» совхозының бөтә тармаҡтары ла үҫешә башлай, шул уҡ ваҡытта эшсе ҡулдар, белгестәр етмәүе һиҙелә. Абрар Әғзәм улы үҙенең ойоштороу оҫталығын алға ҡуйып, Башҡортостандың төрлө райондарынан кешеләрҙе йәлеп итеү һәм йәштәрҙе төрлө уҡыу йорттарына ебәреү менән кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә тос өлөш индерә.

Фронтовик, сиҙәмсе, остаз Абрар ағайҙы күптәр хәҙер ҙә тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә алалар. Кемделер ул уҡырға ебәргән, икенселәрҙе эшкә урынлаштырған. Һуғыш ветераны 1984 йылда 60 йәшендә хаҡлы ялға сыға.

Тормошо күптәргә үрнәк булған гвардия сержанты Абрар Әғзәм улы Аслаев һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы һәм башҡа юбилей миҙалдары менән наградлана. Тыныс тормошта күрһәткән хеҙмәт батырлыҡтары өсөн Почет билдәһе ордены, «Сиҙәм ерҙәрен үҙләштергән өсөн», «Хеҙмәт батырлығы өсөн», «Хеҙмәт ветераны» миҙалдары һәм Почет грамоталары менән билдәләнә.

Абрар Аслаев тормош иптәше Рәхимә еңгәй менән (хәҙер икеһе лә мәрхүмдәр) 52 йыл татыу ғүмер итеп, 6 балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерәләр. Хәҙерге көндө биш балаһы үҙ аллы тормош көтәләр – дүртеһе Сиҙәм ауылында, береһе Гай ҡалаһында донъя ҡороп, балалар, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләй.

Алдынғы ҡарашлы етәксе, ихтирамлы кеше, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны Абрар Аслаев 73 йәшендә 1997 йылдың 9 июнендә вафат булды. Йәндәре йәннәттә булһын.
2025 йылда Рәсәй халҡы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләйәсәк. Ошо уңайҙан беҙгә тыныслыҡ яулап, ҡандарын түккән ветерандарыбыҙҙы тағы бер иҫкә алып үтһәк ине.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: