Бөтә яңылыҡтар

Рафиҡ ауылында ла Бөйөк Еңеү көнө билдәләнде

-

Рафиҡ ауылында ла Бөйөк Еңеү көнө билдәләнде
Рафиҡ ауылында ла Бөйөк Еңеү көнө билдәләнде

9 майҙа Рафик ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарға һәм ветерандарға арнап ҡуйылған обелиск янында Бөйөк Еңеү көнөнә бағышланған митинг үткәрелде. Көн һалҡынсараҡ тороуға ҡарамаҫтан, ауылдың йәше-ҡарты обелиск эргәһенә йыйылды. Митингта балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары, ауылдың йыр-моң оҫталары ҡатнашты. Ауылыбыҙ ағинәйҙәре Сирбаева Тәнзилә, Солтанова Фәриҙә, Өфө ауылы мәктәбе директоры Ҡашҡарова Зилә, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Атанова Лилиә, ауылдашыбыҙ Хасанов Рәжәп байрам менән ҡотлап матур,изге теләктәр еткерһә, сараны Әлибай ауылының башланғыс кластар уҡытыусыһы Фәйзүллина Рәмилә һәм "Кояшҡай" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Сирбаева Илһөйәр алып барҙы.
Митингта ҡатнашыусылар тәмле һалдат бутҡаһын ауыҙ итеп, самауыр сәйҙәре эсте һәм илебеҙгә тыныслыҡ теләп, киләһе йылдың Еңеү байрамын да күрергә яҙһын тип таралышты.

Тәрбиәсе
Сирбаева И.М.

Автор:
Читайте нас: