Үрнәк ауылында Бөйөк Еңеү көнөнә арналған митинг үтте. Әбеш ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы Әлфирә Күскилдина барыһында байрам менән тәбрикләп, тантаналы сараны асты. Ғәфүрйән Искәнйәров һәм Әминә Ҡаһарманов ла ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһаны.
Байрам аҙағында ата-балалар рухына аят уҡылды. Митингта ҡатнашыусылар тәмле һалдат бутҡаһын ауыҙ итеп, самауыр сәйҙәре эсте. "Илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын, Алла бирһә" - тип изге теләктәрен әйтеп таралашты үрнәктәр.