Бөйөк Ватан һуғышы – оло тарихи ваҡиға. Тарих –ул халыҡ яҙмыштары төйөнө, заманалар һағышы.
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Бѳйѳк Ватан һуғышының фашистик Германияны еңеүенә 79 йыл тулыуға арналған 9 май Еңеү көнөн билдәләп, тыл һәм хеҙмәт ветерандарына «Һуғыш ҡатын-ҡыҙ яҙмышында» исемле әҙәби сара үткәрҙе.
Әҙәби сарала яҡташыбыҙ филология фәндәре кандидаты, доцент, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғәриф хеҙмәткәре, Рәсәй федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Миҙхәт Мәмбәтовтың «Ағиҙел» журналында баҫылып сыҡҡан «Аҙаштырған болан балаһындай…» исемле документаль повестҡа ҡарата Вера Садовскаяның сетерекле ҡатын-ҡыҙ яҙмышы тураһында фекер алышыу ойошторолдо.
Вера Садовскаяның улы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ленин ордены кавалеры, Хәйбулла районының Почетлы гражданы Вологда өлкәһендә тыуып үҫкән, Эдуард Смирновтың батырлығы тураһында ҡыҙы, хеҙмәт ветераны Рита Поповская фото һүрәттәр аша атаһының батырлығы тураһында тулы мәғлүмәттәр бирҙе, йылы хистәр менән иҫкә алып үтте.
Граждандар һуғышы тамамланғас, Белоруссия илендә тыуған, ауыр хәлгә юлыҡҡан Вера Садовскаяны улы Эдуард менән Низаметдин Хөснөтдин улы Бохарбаев тыуған яғына алып ҡайта. Улдары Айрат тыуғас Низаметдин Бохарбаев Бѳйѳк Ватан һуғышына алына. Мәғәриф хеҙмәте ветераны Урал Бохарбаев ҡәртәсәһенең яҙмыш һынауы хаҡында беҙгә тулыраҡ итеп аңлатма индерҙе, ҡартатаһының артабанғы яҙмыш хәтирәләре менән бүлеште.
Сара барышында «Үтте һуғыш, ҡалды һағыш» исемле китап күргәҙмәһенә байҡау ойошторолдо, Йомабай Иҫәнбаев исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары «Һуғыш балалары» йыры менән сығыш яһаны.