Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
8 Май 2023, 21:45

Йылдар үтһә лә батырлыҡтары онотолмай

Аҡъюл ауыл биләмәһендә Еңеү байрамын тыл хеҙмәтсәндәре - 97 йәшлек Файза инәй, 96 йәшлек Хәкимә инәй, 94 йәшлек Сәфәрбикә инәй ҙә ҡаршы ала.

Йылдар үтһә лә батырлыҡтары онотолмай
Йылдар үтһә лә батырлыҡтары онотолмай

Аҡъюл ауыл биләмәһендә Еңеү байрамын тыл ветерандары - 97 йәшлек Файза инәй, 96 йәшлек Хәкимә инәй, 94 йәшлек Сәфәрбикә инәй ҙә ҡаршы ала. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, инәйҙәрҙең барыһы ла үҙ аяҡтарында йөрөйҙәр, иҫтәре дөрөҫ икән.


"Иң ҡыуаныслыһы, балалары матур ҡарай уларҙы. Уларҙың теремеклектәренән көс-дәрт алдыҡ. Байрам кәйефле инәйҙәр шаяртып та алдылар. Сәфәрбикә инәй: "Полюбила лейтенанта", - тигән йыры менән көлдөрөп тә алды. Республика Башлағы ҡотлау телеграммаһын, район хакимиәте башлығының күстәнәстәренә ҡыуанып, изге теләктәрен теләп ҡалды ихлас Ғәлиәхмәт инәйҙәре. Беҙгә терәк булып ауырымай-һыҙланмай йәшәгеҙ әле, Еңеү яҡынайтҡан инәйҙәр!"- тип яҙа үҙ сәхифәһендә инәйҙәрҙе ҡотларға барған район хакимиәте башлығы урынбаҫары Роза Рәсембәтова.

Йылдар үтһә лә батырлыҡтары онотолмай
Йылдар үтһә лә батырлыҡтары онотолмай
Йылдар үтһә лә батырлыҡтары онотолмай
Автор:Хәйбулла районы муниципаль район хакимиәте
Читайте нас: