Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
8 Май 2023, 19:19

Яңы Ергән ауылында Бөйөк Еңеүҙең 78-се йыллығы яңыртылған һәйкәл янында билдәләнде

   

Яңы Ергән ауылында  Бөйөк Еңеүҙең 78-се йыллығы яңыртылған һәйкәл янында билдәләнде
Яңы Ергән ауылында Бөйөк Еңеүҙең 78-се йыллығы яңыртылған һәйкәл янында билдәләнде

Йыл һайын май көндәрендә халҡыбыҙ һуғыштың ауыр йылдарын, яугирҙарҙы хөрмәтләп иҫкә ала. Бөгөн райондың ауыл биләмәләрендә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығына арналған тантаналы митингтар уҙҙы. Һәләк булғандарҙы иҫкә алырға тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш осоро балалары, хеҙмәт коллективтары вәкилдәре, ғаиләләр килде. Йола буйынса, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған мемориалдарға сәскәләр һалды. Ә Яңы Ергән ауылында "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһын ғәмәлгә ашырыу барышында ремонттан һуң яңыртылған һәйкәл асылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, иртәгә, 10 сәғәттә, Аҡъярҙа байрам саралары сиктәрендә Хәтер стенаһын асыу тантанаһы үтәсәк.

Яңы Ергән ауылында  Бөйөк Еңеүҙең 78-се йыллығы яңыртылған һәйкәл янында билдәләнде
Яңы Ергән ауылында Бөйөк Еңеүҙең 78-се йыллығы яңыртылған һәйкәл янында билдәләнде
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: