"Ауыр йылдар үттек, һуғышты ла, аслыҡты ла татыныҡ. Беҙ күргәнде һеҙгә күрергә яҙмаһын, балалар!" – тыл хеҙмәтсәндәренең был һүҙҙәре һуғыш михнәттәрен нығыраҡ аңларға ярҙам итә. Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн тылда көс түгеп, һынмайынса, аҙаҡҡаса көрәшә белгән оло быуын вәкилдәренә бөгөн беҙ баш эйәбеҙ.