Өфө ауылы мәктәбенең 2-се һәм 3-сө класс уҡыусылары класс етәкселәре Р.Ә. Иҫәнгилдина һәм М.Л. Ғүмәрова менән мауыҡтырғыс экскурсияла булды.
Үҙҙәренең юлын улар Йомабай Иҫәнбаев исемендәге музейға барыуҙан башлаған. Уҡыусылар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында белемдәрен арттырған, герой ата-бабаларының портреттарын тотоп, уларҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алған. Артабан күмәкләшеп Түбәнге Смаҡ ауылына йүнәлделәр, юлда Мәҙинә Лоҡман ҡыҙы балаларға Түбәнге Смаҡ ауылының тарихы, тыуған төйәктең топонимикаһы, билдәле ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың, Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының биографияһы тураһында һөйләне. Экскурсия билдәле ҡурайсы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Йомабай Иҫәнбаев һәйкәле - стела янында тамамланды. Экскурсиянан һуң балалар күңелдәрендә йылы һәм изге хәтирәләр ҡалды.