Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
6 Май 2023, 08:47

Ветерандың йорто алдында - парад

  

Ветерандың йорто алдында - парад
Ветерандың йорто алдында - парад

Өфөнөң Киров районында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығына арналған саралар бара. Улар иҫәбендә - ветерандарҙың йорто алдында парадтар.

Амантай урамындағы ихаталарҙың береһендә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Динислам Нуриәхмәтов һәм тыл эшсәне Рәйсә Йосопова өсөн парад уҙҙы.

Ветерандың йорто эргәһенән тантаналы марш менән 41-се мәктәптең кадет класы уҡыусылары, шулай уҡ 160-сы лицей, 18-се мәктәп һәм 11-се Аксаков гимназияһының йәш армиясылары, Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы колоннаһы, «Сфера» ижад үҙәгенең «Йәш сик һаҡсыһы» берләшмәһе үтте.

Ветерандар һәм йорт ихатаһында йыйылғандар өсөн байрам концерты булды.  Ул «Йәшлек» берләшмәһе һәм Н.Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе уҡытыусылары көсө менән әҙерләнгән.

 

Фото:социаль селтәрҙәр

Сығанаҡ:"Башинформ"

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: