Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
6 Май 2023, 07:40

Хәйбуллалар «Еңеү диктанты» акцияһына ҡушылды

8 майға тиклем барған патриотик сара Бөйөк Еңеүгә арнала, онлайн һәм оффлайн форматтарҙа уҙғарыла. Диктантта Тыуған ил тарихы менән ҡыҙыҡһынған, уға битараф булмаған һәр кем ҡатнаша ала.

Хәйбуллалар «Еңеү диктанты» акцияһына ҡушылды
Хәйбуллалар «Еңеү диктанты» акцияһына ҡушылды

Хәйбулла районында «Еңеү Диктанты» тарихи акцияһы үтә. Ҡатнашыусыларға Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары темаһына тесттың 25 һорауына яуап бирергә тура килде.

Һуғыш һәр ғаиләгә тиерлек ҡағыла. Әммә һуғыш тураһында хәтер - ул тәү сиратта дошман менән һуғышҡандарҙың, тиҫтәләрсә миллион һәләк булғандарҙың, концлагерҙарҙа һәм әсирлектә язаланғандарҙың, тылда эшләгәндәрҙең иҫтәлеге.

Хәйбуллалар бишенсе йыл рәттән Бөйөк Еңеүгә 78 йыл тулыуға арналған башҡорт телендә онлайн һәм офлайн форматта "Еңеү диктанты" акцияһына ҡушылып, ошо тарихи хәтерҙе һаҡлау маҡсатында диктант яҙыу ойошторолдо.  Диктант өсөн «Батырҙар юлы» китабынан Ибраһим Ғиззатуллиндың «Полк ҡыҙы» хикәйәһенән өҙөк алына. Хикәйә Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған Рабиға Ҡобағошованың яҡты иҫтәлегенә арналған.

—«Еңеү диктанты» үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы нигеҙендә үтә. Диктант өсөн яҙыусы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ибраһим Ғиззәтуллиндың «Полк ҡыҙы» хикәйәһенән өҙөк алынған. Бөйөк Ватан һуғышында ир-егеттәр менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡатнашҡан. Хикәйәлә Рабиғаның разведкаға барып, немецтарҙы әсиргә алыуы хаҡында бәйән ителә. Һәр ҡатнашыусының диктантты видеояҙма буйынса үҙ аллы өйҙә яҙыу мөмкинлеге бар. Яҙылған диктантты фотоға төшөрөп, 8 май 24.00 сәғәткә тиклем 89373302403 һандарына ебәрергә мөмкин. «Еңеү диктанты» акцияһының бөтә ҡатнашыусыларына ла сертификат бирелә,— ти ойоштороусылар.

 

Фотоларҙа Бүребай, Мәмбәт, Иләс, Вәлит ауылдары китапханаларында үткән акцияларҙан күренеш.

Хәйбуллалар «Еңеү диктанты» акцияһына ҡушылды
Хәйбуллалар «Еңеү диктанты» акцияһына ҡушылды
Хәйбуллалар «Еңеү диктанты» акцияһына ҡушылды
Хәйбуллалар «Еңеү диктанты» акцияһына ҡушылды
Хәйбуллалар «Еңеү диктанты» акцияһына ҡушылды
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: