Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
4 Май 2023, 18:23

КЛАСЫБЫҘҘА – ЕҢЕҮ ТӘҘРӘЛӘРЕ!

1-се Аҡъяр мәктәбе уҡыусылары "Үлемһеҙ полк - минең тәҙрәмдә" һәм "Еңеү тәҙрәләре" акцияларына ҙур теләк менән ҡушылған. Был турала 3-сө "А" класы уҡыусыһы Мәрйәм Ишемғолова хәбәр итте.

КЛАСЫБЫҘҘА – ЕҢЕҮ ТӘҘРӘЛӘРЕ!
КЛАСЫБЫҘҘА – ЕҢЕҮ ТӘҘРӘЛӘРЕ!

1-се Аҡъяр мәктәбе уҡыусылары "Үлемһеҙ полк - минең тәҙрәмдә" һәм "Еңеү тәҙрәләре" акцияларына ҙур теләк менән ҡушылған. Был турала 3-сө "А" класы уҡыусыһы Мәрйәм Ишемғолова хәбәр итә:

"Беҙ уҡытыусыбыҙ Резеда Рафаэль ҡыҙы Күсәкова менән Бөйөк Еңеүгә арналған сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Шуларҙың береһе - класыбыҙҙа "Еңеү тәҙрәләре" барлыҡҡа килде. Класташтарыбыҙҙың һәр береһе өйҙән һуғышта ҡатнашҡан яугир туғандарының фотоһүрәттәрен алып килде. Тәүҙә класс сәғәтендә улар хаҡында һөйләнек, фотоға төштөк. Шунан уларҙың фотоһүрәттәрен класыбыҙҙың тәҙрәләренә беркетеп “Үлемһеҙ полк” булдырҙыҡ. Шулай уҡ ҡағыҙҙан ҡәнәфер сәскәләре, торналар фигураларын ҡырҡып йәбештерҙек, бик матур килеп сыҡты! Еңеү көнөн беҙ оноторға тейеш түгелбеҙ!"

 

Сығанаҡ:ҮҘебеҙҙең ХӘБӘРСЕ

КЛАСЫБЫҘҘА – ЕҢЕҮ ТӘҘРӘЛӘРЕ!
КЛАСЫБЫҘҘА – ЕҢЕҮ ТӘҘРӘЛӘРЕ!
КЛАСЫБЫҘҘА – ЕҢЕҮ ТӘҘРӘЛӘРЕ!
Автор:Хәйбулла районы Балалар модель китапханаһы
Читайте нас: