Халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи урындар көнөндә, Хәйбулла районының "Йәш Гвардияһы" активистары «Тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын хәстәрләү көнө» акцияһына ҡушылды. Йәш гвардиясылар тырмалар, һеперткеләр, сүп-сар йыйыу өсөн тоҡтар менән, ә иң мөһиме - теләк һәм яҡшы кәйеф алып, бөтә өй эштәрен ҡалдырып, тәртип урынлаштырыуға тотондо, Аҡъяр ауылының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл территорияһын таҙартып, сүп-сар йыйҙы.
"Иҫтәлекле урынды төҙөкләндереү - үҙебеҙҙең эштәрҙең ошо бәләкәй генә өлөшө. Уның ярҙамында беҙ, киләсәктә тыныс күк йөҙө хаҡына ғүмерен аямағандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ. Һәм беҙҙең төп бурыс был хәтерҙе мөмкин тиклем оҙағыраҡ, бер йылдан, һаҡлап ҡалыу. Үҙ ғүмерен ҡорбан итеп беҙгә тыныслыҡ һәм азатлыҡ бүләк иткәндәрҙе мәңге хәтерләйәсәкбеҙ", - тип аңлатма бирҙе активист Дания Солтанова.