9 май - Еңеү көнө
28 Апрель 2023, 16:49

Хәйбуллалар «Еңеү диктанты» халыҡ-ара тарихи акцияһына ҡушылды

    

Хәйбуллалар «Еңеү диктанты» халыҡ-ара тарихи акцияһына ҡушылдыХәйбуллалар «Еңеү диктанты» халыҡ-ара тарихи акцияһына ҡушылды
Хәйбуллалар «Еңеү диктанты» халыҡ-ара тарихи акцияһына ҡушылды

Бөгөн Хәйбулла районында өс майҙансығында - Мәғариф идаралығында, 2-се Аҡъяр һәм Бүребай мәктәптәрендә «Еңеү Диктанты» халыҡ-ара тарихи акцияһы үтте. Ҡатнашыусыларға Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары темаһына тесттың 25 һорауына яуап бирергә тура килде.

Һуғыш һәр ғаиләгә тиерлек ҡағыла. Әммә һуғыш тураһында хәтер - ул тәү сиратта дошман менән һуғышҡандарҙың, тиҫтәләрсә миллион һәләк булғандарҙың, концлагерҙарҙа һәм әсирлектә язаланғандарҙың, тылда эшләгәндәрҙең иҫтәлеге.

«Тарихи хәтер» партия проекты сиктәрендә «Еңеү Диктанты» халыҡ-ара тарихи акцияһы уҡыусыларҙа, йәштәрҙә, граждандарҙа илебеҙҙең мөһим тарихи ваҡиғаларына ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында уҙғарыла. Еңеү диктанты Рәсәй һәм башҡа дәүләттәр граждандарына 1941-1945 йылдарҙағы ваҡиғалар тураһында белемдәрен тикшерергә мөмкинлек бирә.

Әйтергә кәрәк, йыл һайын акцияла ҡатнашыусылар һаны арта бара: әгәр 2019 йылда «Еңеү Диктанты»н 100 меңгә яҡын кеше яҙһа, 2022 йылда — 1,6 миллион кеше.

Хәйбуллалар «Еңеү диктанты» халыҡ-ара тарихи акцияһына ҡушылды
Хәйбуллалар «Еңеү диктанты» халыҡ-ара тарихи акцияһына ҡушылды
Хәйбуллалар «Еңеү диктанты» халыҡ-ара тарихи акцияһына ҡушылды
Хәйбуллалар «Еңеү диктанты» халыҡ-ара тарихи акцияһына ҡушылды
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас