9 май - Еңеү көнө
25 Апрель 2023, 17:28

Беҙҙең изге бурысыбыҙ – уларға хөрмәт күрһәтеү

Өфө ауылы зыяратында уҙған өмәлә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусының ҡәбере тәртипкә килтерелде.

Беҙҙең изге бурысыбыҙ – уларға хөрмәт күрһәтеүБеҙҙең изге бурысыбыҙ – уларға хөрмәт күрһәтеү
Беҙҙең изге бурысыбыҙ – уларға хөрмәт күрһәтеү

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров эш сәфәре менән районға килде. Сәфәр планы бик тығыҙ булһа ла сәйәсмән халыҡ менән ихлас осрашты, уларҙың тәҡдимдәрен, фекерҙәрен тыңланы. 

Депутаттың районға сәфәре изге ғәмәл – илебеҙгә еңеү килтергән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусының ҡәберен тәртипкә килтереү буйынса өмәлә ҡатнашыу менән тамамланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, зыяраттарҙа ветерандарҙың ташландыҡ ҡәберҙәре күп, уларҙы берәү ҙә тәртипкә килтермәй. Улар фашизмды еңгән, беҙҙең изге бурысыбыҙ – уларға хөрмәт күрһәтеү. Өфө ауылы зыяратында уҙған өмәлә ҡәбер тирәһе таҙартылып, ҡыуаҡтар киҫелеп, ҡоймаһы һәм ҡәбер өҫтөндәге тимер һәйкәле тигеҙләп ултыртылды һәм буялды. 

Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 17-се һанында уҡығыҙ.

Беҙҙең изге бурысыбыҙ – уларға хөрмәт күрһәтеү
Беҙҙең изге бурысыбыҙ – уларға хөрмәт күрһәтеү
Беҙҙең изге бурысыбыҙ – уларға хөрмәт күрһәтеү
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас