

Сара 22 июнгә тиклем дауам итә. Акция барышында халыҡҡа “Ҡыҙыл ҡәнәфер” билдәһен һатып алырға тәҡдим ителә. Ойоштороусылар белдереүенсә, йыйылған аҡса Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарына адреслы ярҙам өсөн тотонола. Инвалид арбаһы, дарыуҙар һатып алына, мохтаждар өсөн ҡиммәтле операциялар яһала йәки дауаханалар өсөн медицина ҡорамалдары ҡайтарыла. Беҙҙең республикала 400-гә яҡын кеше хәйриә ярҙамы алды. Бының өсөн 48,6 миллион һум тотонолған.