

Башҡортостанда 9 майҙа «Үлемһеҙ полк» акцияһына әҙерлек әүҙем бара. Кисә Өфөлә «Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» хәрәкәте төбәк штабының киңәйтелгән ултырышы уҙҙы. Ултырышты Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һәм «Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» хәрәкәтенең төбәк штабы етәксеһе Вадим Курилов алып барҙы.
Ултырыш ваҡытында «Үлемһеҙ полк» акцияһын традицион форматта уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул ителде, шулай уҡ республиканың барлыҡ муниципалитеттарында колоннаға теҙелеү өсөн бер үк ваҡыт билдәләнде. Шулай уҡ республикала Бер минутлыҡ тынлыҡ планлаштырыла, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Быйыл акцияла ҡатнашыусыларҙың бергәләп рус телендә һәм республика халыҡтары телдәрендә «Катюша» йырын башҡарыуы көтөлә. Башҡортостандың барлыҡ ҡала һәм райондарында һуғыш йылдарындағы легендар «Катюша» йырын күмәкләп йырлау Башҡортостан халҡының берҙәмлеген һәм совет халҡының 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүе хаҡында яҡты хәтерҙе һаҡлау теләген күрһәтергә тейеш.
Сығанаҡ:"Башинформ".