

Хәйбулла районының "Йәш Гвардия" ойошмаһы Аҡъяр ауылының Еңеү паркын, 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташ яугирҙар иҫтәлегенә һәм Ватан Геройҙарына арналған һәйкәлде таҙартыу буйынса өмә ойошторҙо. "Йәш гвардиясылар" биләмәне ҡарҙан таҙартыу өсөн байтаҡ көс һалған.Шулай уҡ өмәгә 1-се Аҡъяр мәктәбенең 8-се "в" классы уҡыусылары һәм уларҙың класс етәксеһе Н.Ф.Аҡназарова ҡушылған. Һәр кем тарихты белергә тейеш, ә был һәйкәлдәр үҫеп килгән йәш быуын өсөн хәтер булып ҡаласаҡ!