

«Бөгөн мин генерал Иван Андреевич Ласкиндың тыуған яғында – Йәрмәкәй районында эшләйем. Тап ул 1943 йылдың башында гитлер командованиеһы менән Сталинград эргәһендә немец ғәскәрҙәренең капитуляцияһы тураһында һөйләшеүҙәр алып барған һәм фельдмаршал Фридрих Паулюсты әсирлеккә алған. Иван Андреевичтың «Һынылышҡа табан юл» исемле китабында – шул көндәрҙең хәтирәләре.
Уның яҙмышы еңел булмаған. Нахаҡ ғәйепләүҙәр, ҡулға алыныу. Әммә ул үҙенең дөрөҫлөгө өсөн көрәшкән һәм тулыһынса аҡланған. Бына шундай легендар яҡташтарыбыҙ бар беҙҙең. Онотмайбыҙ, ғорурланабыҙ һәм баш эйәбеҙ», – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә.