Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
4 Декабрь 2022, 13:42

Сталинград геройҙары тураһында мәғлүмәт йыйыу хаҡында иғлан ителде

Фото, фронт тарихы, геройҙарҙың хаттары 31 декабргә тиклем ҡабул ителә

Сталинград геройҙары тураһында мәғлүмәт йыйыу хаҡында иғлан ителде
Сталинград геройҙары тураһында мәғлүмәт йыйыу хаҡында иғлан ителде

2023 йылдың 2 февралендә бөтә ил Сталинград һуғышында еңеүҙең 80 йыллығын билдәләй. Ул Бөйөк Ватан һуғышы тарихына иң ҙур алыш булып ингән.

Ошо ваҡиға уңайынан «Үлемһеҙ полк»ты һәм «Хәтер күпере» тарихи-патриотик проектын ойоштороусылар Сталинград геройҙарының портреттарын һәм тарихтарын йыйыу иғлан итте. Сталинград һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын байрам иткән көндәрҙә Волгоградтағы Геройҙар аллеяһында махсус ҡуйылған экрандарға яугирҙарҙың портреттары ҡуйыла. Иң ҡыҙыҡлы тарих авторҙарына бүләктәр әҙерләнгән.

Фото, фронт тарихы, геройҙарҙың хаттары 31 декабргә тиклем ҡабул ителә. Уларҙы рәсми сайт аша йәки социаль селтәрҙә: телеграмма-каналда, «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» аша ебәрергә мөмкин. Туғанығыҙҙың Сталинград һуғышында ҡатнашыуын мотлаҡ билдәләргә кәрәк.

 

Фото:«Бессмертный полк»/vk.com
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: