Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
19 Ноябрь 2022, 10:25

Яугирҙарыбыҙ тураһында хәтерҙе һаҡлайыҡ!

Хәйбулла тыуған яҡты өйрәнеү һәм тарих музейы район мәктәптәрендә күргәҙмәләр һәм осрашыуҙар ойошторҙо

Яугирҙарыбыҙ тураһында хәтерҙе һаҡлайыҡ!
Яугирҙарыбыҙ тураһында хәтерҙе һаҡлайыҡ!

15-18 ноябрҙә Хәрби дан аҙналығы сиктәрендә Хәйбулла тыуған яҡты өйрәнеү һәм тарих музейы район мәктәптәрендә «Һеҙ - Рәсәй намыҫы! Һеҙ - Рәсәйҙең ғорурлығы!» күсмә күргәҙмәһен ойошторған.

Сара легендар генерал-майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовҡа һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарына, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға арналған. Күргәҙмәләр Өфө, Сиҙәм, Маҡан, Татыр-Үҙәк ауылы мәктәптәрендә уҙғарылды.

Экскурсиялар һөйләшеү формаһында үткән.  Уның сиктәрендә Өфө ауылы мәктәбендә - Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Рим Кәримов; Татыр-Үҙәк мәктәбендә - Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы отставкалағы майор Владимир  Соболев; Маҡан мәктәбендә - Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшиндың бүләсәләре  - информатика уҡытыусыһы Эльвира Хәмитова менән 7-се клас уҡыусыһы Камила Хурамшина уҡыусылар алдында сығыш яһаған. Рим Әхмәтриза улы менән Владимир Иванович Афған һуғышы, һалдаттар дуҫлығы, һуғыш ваҡытында егеттәрҙең батырлығы, ә К.Х. Әхмәтшиндың бүләсәләре - уларҙың ғаиләһендә ҡартҡартатайҙары тураһында хәтерҙе һаҡлау хаҡында һөйләне. Татыр-Үҙәк мәктәбендә шулай уҡ тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Анатолий  Шалашов менән мәктәп директоры Риф Баймырҙин сығыш яһаны. Улар балаларҙы геройҙарҙың исемдәрен һәм уларҙың ҡаһарманлыҡтарын онотмаҫҡа, илебеҙҙең, халҡының тарихын өйрәнергә һәм һаҡларға саҡырҙы.

 
фото һәм мәғлүмәт: Хәйбулла тыуған яҡты өйрәнеү һәм тарих музейы 
Яугирҙарыбыҙ тураһында хәтерҙе һаҡлайыҡ!
Яугирҙарыбыҙ тураһында хәтерҙе һаҡлайыҡ!
Яугирҙарыбыҙ тураһында хәтерҙе һаҡлайыҡ!
Яугирҙарыбыҙ тураһында хәтерҙе һаҡлайыҡ!
Яугирҙарыбыҙ тураһында хәтерҙе һаҡлайыҡ!
Яугирҙарыбыҙ тураһында хәтерҙе һаҡлайыҡ!
Яугирҙарыбыҙ тураһында хәтерҙе һаҡлайыҡ!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: