9 май - Еңеү көнө
17 Октябрь 2022, 15:25

Бәхил бул, яугир...

Шайморатов кавдивизияһының һуңғы яугиры вафат булған

Бәхил бул, яугир...Бәхил бул, яугир...
Бәхил бул, яугир...

Башҡортостанда данлыҡлы кавалекрия дивизияһының һуңғы яугире Федорович Платоновтың йәне баҡыйлыҡҡа күскән. Уға 99 йәш булған.

Был ҡайғылы хәбәр тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәр сәхифәләрендә хәбәр иткән.

«Георгий Платонов Бөйөк Ватан һуғышында 1942 йылдың ғинуарынан алып ҡатнашҡан. Мәскәү, Ржев өсөн һуғышҡан, Курск һәм Днепр өсөн алышҡан. 1943 йылдың февралендә беҙҙең 112-се Башкавдивизия нигеҙендә барлыҡҡа килгән 16-сы гвардия кавалерия Чернигов Ҡыҙыл байраҡлы дивизияның 62-се гвардия кавполкы эскадроны командиры булған», — тип яҙған Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе яҙып үтеүенсә, геройҙың исеме Өфөнөң Совет майҙанындағы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле колоннаһында мәңгеләштерелгән.


Автор:Иван Вавилов

Фото:Социаль селтәрҙәр.

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас