9 май - Еңеү көнө
10 Октябрь 2022, 08:50

Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле Рәсәйҙең бер нисә әһәмиәтле монументы иҫәбенә индерелде

  

Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле Рәсәйҙең бер нисә әһәмиәтле монументы иҫәбенә индерелдеМиңлеғәле Шайморатов һәйкәле Рәсәйҙең бер нисә әһәмиәтле монументы иҫәбенә индерелде
Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле Рәсәйҙең бер нисә әһәмиәтле монументы иҫәбенә индерелде

Рәсәй геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле мөһим һәм монументаль һәйкәлдәр иҫәбенә инде, улар араһында, мәҫәлән, Ржев мемориалы, Донбасты азат итеү иҫтәлегенә «Саур-Ҡәбер» комплексы бар, тип хәбәр итә «Башҡорт батальоны» телеграм-каналы.

«Был иһә дөйөм хәтерҙең, тарихи күсәгилешлелектең тағы бер символы», – тиелә хәбәрҙә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 11 октябрҙә көндөҙгө сәғәт 12-лә Өфөнөң Совет майҙанында Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен асыу тантанаһы була.  

 

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас