

«Бөгөн беҙ бөйөк скульпторыбыҙ Салауат Щербаков менән һул барельефтың әҙерлеген ҡарарға булдыҡ, — тип яҙҙы республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙә. — Салауат Александрович әйткәнсә, бында башҡорт халҡының Бөйөк Ватан һуғышына тиклемге тарихынан сюжеттар һүрәтләнгән. «Урал батыр» эпосы, Салауат Юлаев, башҡорт атлылары...
Бик матур килеп сыға. Эштәр графикка ярашлы бара, тиҙҙән баш ҡалабыҙҙы генерал Шайморатовтың скульптураһы биҙәр. 11 октябрҙә, Республика көнөндә, һәммәгеҙҙе лә һәйкәл асыу тантанаһына саҡырам».
Сығанаҡ:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы