Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә 17 меңдән ашыу майҙансыҡта Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары темаһына «Еңеү диктанты» халыҡ-ара тарихи акцияһы бара. Акция майҙансыҡтарының береһе 2-се Аҡъяр мәктәбендә лә ойошторолдо.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары тураһында белемен тикшерергә, ата-бабаларыбыҙға, тыныс тормош өсөн һуғышҡан ватандаштарыбыҙға хөрмәт күрһәтергә район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, район Советы рәйесе Тимур Рәмов, Мәғариф идаралығы начальнигы Салауат Байсурин, район ветерандар ойошмаһы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова, мәктәп директорҙары, уҡытыусылар, уҡыусылар, район үҙәгендә йәшәүселәр килде.
Сарала ҡатнашыусылар 45 минут дауамында 25 һорауға яуап бирҙе, ҡайҙалыр һуғыш тураһында әҫәр авторҙарын атаны, ҡайҙалыр ҡала, ваҡиға исемдәрен йәки һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашыусыларҙың исемдәрен яҙҙы. Бөгөн уларҙың барыһы ла мөһим һәм әһәмиәтле идея тирәләй берләшкән, сөнки патриотик акция тарихи белемде арттырыуҙан тыш, ил граждандарын мөһим тарихи ваҡиғалар тирәләй туплауға, үҫеп килеүсе быуында Ватан мираҫына ихтирам һәм һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. «Еңеү диктанты» халыҡ-ара акцияһы дүртенсе тапҡыр уҙғарыла. Ойоштороусылар булып Рәсәй тарих йәмғиәте, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте һәм «Еңеү ирекмәндәре» бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте менән берлектә «Берҙәм Рәсәй» партияһы сығыш яһай.