Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
28 Июль , 20:10

“Табипҡа яҙылыу” сервисы уңайлыраҡ буласаҡ

  

“Табипҡа яҙылыу” сервисы уңайлыраҡ буласаҡ
“Табипҡа яҙылыу” сервисы уңайлыраҡ буласаҡ

Башҡортостанда Дәүләт хеҙмәттәре порталында “Табипҡа яҙылыу” сервисы яңыртыласаҡ. Был иһә табипҡа яҙылыуҙы байтаҡҡа уңайлыраҡ итәсәк.

Сервисты яңыртыу өсөн “Мәғлүмәттәр витринаһы” технологияһы ҡулланыла. Сервистан файҙаланыу бик уңайлы буласаҡ – төбәк медицина системаһы мәғлүмәттәре нигеҙендә поликлиника, белгестәрҙең ҡабул итеү ваҡыты билдәләнә. Был технология цифрлы сервистарҙың ҙур экосистемаһын булдырғанда файҙаланыла. Уларҙы булдырыу “Цифрлы иҡтисад” милли программаһы сиктәрендә алып барыла.

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко субъекттар башлыҡтарына “Табипҡа яҙылыу” сервисын үҫтереү өсөн мәғлүмәттәрҙең төбәк витриналарын булдырырға һәм уларҙы йыл аҙағына тиклем Дәүләт хеҙмәттәре порталына тоташтырырға ҡушты.

Башҡортостан ҡулланыусылар өсөн уңайлы мәғлүмәттәр витринаһын 2022 йыл башында булдыра башланы. Әле яңы үҙгәрештәрҙе тәфсирләп ҡарап индереү, техник хаталарҙы бөтөрөү өҫтөндә эш алып барыла.

Республикала йәшәүселәр түбәндәге белгестәргә үҙ аллы яҙыла, шулай уҡ балаларын яҙҙыра ала: терапевҡа, педиатрға, акушер-гинекологҡа, стоматолог-терапевҡа, стоматолог-хирургҡа, стоматолог-ортодонтҡа, теш табибына, офтальмологҡа, оториноларингологҡа, фтизиатрға. Был исемлеккә инмәгән белгестәргә иһә участка табибы юлламаһы менән яҙылалар.

Һанап үтелгән белгестәргә үҙегеҙ өсөн уңайлы ысул буйынса яҙыла алаһығыҙ:

 – Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының контакт-үҙәге аша 122 телефоны буйынса;

– поликлиника регистратураһына шәхсән үҙегеҙ мөрәжәғәт итеп йәки регистратураға телефондан шылтыратып;

– поликлиникалағы инфомат аша;

 – Дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталы аша: www.gosuslugi.ru;

 – doctor.bashkortostan.ru медицина порталында йәки “Табипҡа” мобиль ҡушымтаһы ярҙамында.

Фото “Башинформ”дан алынды.

 

Автор:Альмира Кирәева
Автор:
Читайте нас в