Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
9 Июль 2022, 09:55

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына бөгөн100 йыл!

Легендар летчиктың тыуған төйәгендә һәйкәл асылды

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына бөгөн100 йыл!
Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына бөгөн100 йыл!

9 июлдә яҡташыбыҙ, легендар летчик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тула. Ошо уңайҙан 8 июлдә Геройҙың тыуған төйәгендә - Илеш районының Үрге Йәркәй һәм Ташшишмә ауылдарында тантаналы саралар уҙҙы. 

Геройға һәйкәл муниципалитеттың хәйриә фонды иҫәбенә ҡуйылды. Авторы - Магнитогорск ҡалаһынан скульптор Сергей Елкин. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройының тыуған ауылы Ташшишмәлә Һабантуй үтте.

Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған байрам театрлаштырылған тамаша менән дауам итте.  «Первушино» аэродромының летчиктар төркөмөнөң күрһәтмә сығышы байрамдың биҙәге булды.

Артабан абруйлы ҡунаҡтар Ташшишмә ауылында яңы ғына реконструкциянан, ремонттан һуң үҙ ишектәрен асҡан Муса Гәрәевтың йорт-музейында булды. Шулай уҡ Өфө ҡалаһының «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, райондың һәүәҫкәр коллективтары сығыш яһаны. Милли уйындар һәм спорт ярыштары ла әүҙем үтте. Һабантуй биләмәһендә фотоһүрәттәр өсөн зона, тирмәләге музейға барыу, хәрби техника күргәҙмәһе ойошторолдо. Был сараға Илеш халҡы һәм район ҡунаҡтары ҙур теләк менән килде.

 

 

фото:Илеш районы хакимиәте.

 

 

 

 

 

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына бөгөн100 йыл!
Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына бөгөн100 йыл!
Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына бөгөн100 йыл!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: