Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
5 Июль 2022, 14:05

Муса Гәрәевтың бер быуатлыҡ юбилейын ҙур авиабайрам менән билдәләйҙәр

  

Муса Гәрәевтың бер быуатлыҡ юбилейын ҙур авиабайрам менән билдәләйҙәр
Муса Гәрәевтың бер быуатлыҡ юбилейын ҙур авиабайрам менән билдәләйҙәр

Башҡортостанда ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, легендар осоусы Муса Гәрәевтың 100 йыллығы уңайынан 9 июлдә «Первушин» биләмәһендә ҙур авиабайрам ойошторола.

Был көндә тотош Рәсәйҙән 50-нән ашыу самолет яңғыҙ һәм төркөмлө пилотаж программаларын күрһәтә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында миллионлаған совет летчигы осҡан данлыҡлы По-2 самолетының сығышы сараның сағыу биҙәге булмаҡсы.

Шулай уҡ авиатехника күргәҙмәһе, Башҡортостан һәм Белоруссия йондоҙҙары ҡатнашлығында концерттар була.

Бынан тыш, фестиваль ҡунаҡтары араһында осоштар, велосипедтар, гаджеттар һәм башҡа бик күп бүләктәр уйнатыла. Һатыуҙан килгән аҡса үҙенсәлекле балаларға ярҙам итеүгә йүнәлтелә.

Сара көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана һәм киске 8-ҙә тамамлана. Инеү ирекле. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн «Көньяҡ автовокзал — Первушин» маршрутында пассажирҙар ташыу ойошторола.

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас: