Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
7 Июнь 2022, 11:52

Юл бирмәгән

..

Юл бирмәгән
Юл бирмәгән

Светофорҙың йәшел уты йымылдай башлағанда урамдар киҫешен үткән ВАЗ 2109 автомобиленә арба таҡҡан КамАЗ машинаһы төкөй.

 
 
Юл бирмәгән

Светофорҙың йәшел уты йымылдай башлағанда урамдар киҫешен үткән ВАЗ 2109 автомобиленә арба таҡҡан КамАЗ машинаһы төкөй.

Ваҡиға Мәләүез ҡалаһында Яр буйы һәм Смоленск урамдары киҫелешендә теркәлә.

Еңел машина водителе менән уның пассажиры салонда ҡыҫылып ҡала. Уларҙы ҡотҡарыусылар сығарып ала. Икеһе лә ныҡ тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла.

ЮХХДИ-ның матбуған хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, юл-транспорт ваҡиғаһы КамАЗ машинаһы водителенең еңел машинаны үткәрмәүе сәбәпле килеп сыға.

 
Автор:
Читайте нас: