Бөтә яңылыҡтар

Генерал Шайморатовҡа бюст ҡуйылды

Луганск ерендә Рәсәй Геройына арналған мемориаль комплекс булдырылған

Генерал Шайморатовҡа бюст ҡуйылды
Генерал Шайморатовҡа бюст ҡуйылды

Башҡортостандан бер төркөм Еңеү байрамы көндәрен Луганск Халыҡ Республикаһында ҡаршыланы, улар араһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отряды етәксеһе Тимерйән Рәжәпов та бар, тип хәбәр иткәйнек. Ул данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының иҫтәлекле юлдарын бер нисә ҡат үткән һәм, Еңеү байрамын тап ошо урында билдәләү оло әһәмиәткә эйә, тип белдергәйне.

"Тәүҙә Луганскиҙың Петровское ҡалаһында, Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән 22-се мәктәптә булдыҡ (былтыр унда Рәсәй Геройына һәйкәл асылды). Еңеү көнө сараларында ошо мәктәп директоры Гөлназ Серова, Луганскиҙың Халыҡ Советы депутаты Зинаида Радюн һәм башҡа рәсми вәкилдәр, мәктәп уҡыусылары  ҡатнашты. Беҙ 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре ҡәберенә сәскә һалдыҡ.

Унан Штеровкаға йүнәлдек. Мәғлүм булыуынса, тап ошо ауыл эргәһендә башҡорт халҡының легендар улы, генерал Шайморатовтың ғүмере өҙөлгән. Башҡортостан Луганск Халыҡ Республикаһында башҡорт яугирҙәренең яҡты иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлаған кешеләр, власть органдары вәкилдәре менән тығыҙ  бәйләнеш булдырған, үҙ-ара хеҙмәттәшлек итәбеҙ, ярҙам күрһәтеп торабыҙ. Әйткәндәй, тиҙҙән Петровское ҡалаһының 29-сы мәктәбенә 112-се кавалерия дивизияһында алышҡан башҡорт яугире, Советтар Союзы Геройы Сафа Хәсәнов исемен бирәсәктәр. Рәсми тантанала ҡатнашырбыҙ тип өмөтләнәм", - тигәйне Тимерйән Рәжәпов.

Бөгөн иһә Луганскиҙа Республика көнө билдәләнгән. Штеровка ауылында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған мемориаль комплекс, ниһайәт, тулыһынса еренә еткерелгән - унда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командирының бюсы урынлаштырылған. Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы командир папахаһында һынландырылған.

Мәғлүм булыуынса, Миңлеғәле Шайморатов 1943 йылдың 23 февралендә Петровское ҡалаһы һәм Штеровка ауылдары араһындағы ҡалҡыулыҡта һәләк булған.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отряды етәксеһе, республиканың Хәрби бәрелештәр ветерандары берлеге рәйесе Тимерйән Рәжәпов әйтеүенсә, был мемориаль комплекс 2019 йылда уҡ төҙөлә башлаған, ә бөгөн изге эш тулыһынса атҡарылған.

"Проектты тормошҡа ашырыуға Луганск Халыҡ Советы депутаттары Зинаида Радюн, Сергей Серов ҙур өлөш индерҙе. Штеровка эргәһендәге комплекс туғыҙ метрға туғыҙ үлсәмендәге нигеҙҙән, батыр һәләк булған урынға тиклем һалынған юлдан, баҫҡыстан һәм бөгөн ҡуйылған бюстан торлеа. 9 майҙа ағастар ултырттыҡ. Бюст авторы – билдәле скульптор Салауат Щербаков. Был урын үҙенә тартып тора һәм барыбыҙ өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә", - тине Тимерйән Рәжәпов.

 

Фото Т. Рәжәповтың шәхси архивынан.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас в