Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
10 Май 2022, 07:08

Шайморатовҡа Луганск ерендә лә һәйкәл буласаҡ

 Ә ҡала мәктәбенә башҡорт яугире, Советтар Союзы Геройы Сафа Хәсәнов исемен бирәсәктәр

Шайморатовҡа Луганск ерендә лә һәйкәл буласаҡ
Шайморатовҡа Луганск ерендә лә һәйкәл буласаҡ

Бер төркөм Башҡортостан вәкилдәре Еңеү байрамы көндәрен Луганск Республикаһында ҡаршыланы. Улар араһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отряды етәксеһе Тимерйән Рәжәпов та бар. Ул данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының иҫтәлекле юлдарын бер нисә ҡат үткән һәм, Еңеү байрамын тап ошо урында билдәләү оло әһәмиәткә эйә, тигән фекерҙә.

 – Иң тәүҙә Луганск Республикаһының Петровск ҡалаһында Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән 22-се мәктәптә булдыҡ. Еңеү көнө сараларында ошо мәғариф учреждениеһы директоры Гөлназ Серова, Луганск Республикаһының Халыҡ Советы депутаты Зинаида Радюн һәм башҡа рәсми вәкилдәр, мәктәп уҡыусылары  ҡатнашты. Беҙ 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре ҡәберенә сәскә һалдыҡ.

Унан Штеровкаға йүнәлдек. Мәғлүм булыуынса, тап ошо ауыл эргәһендә башҡорт халҡының легендар улы, генерал Шайморатовтың ғүмере өҙөлгән. Башҡортостан делегацияһы вәкилдәре араһында кадет кластарында уҡыған үҫмерҙәр ҙә бар ине – улар рухлы шиғырҙар һөйләп ишеттерҙе. Шайморатовтың һәләк булған урынынан саҡ ҡына өҫтәрәк уға бюст ҡуйыласаҡ – һәйкәлдең нигеҙе әҙер. Киләсәктә ошо һәйкәлдән иҫтәлекле урынға – ҡая аҫтына (балка) баҫҡыс ҡуйыласаҡ. Әйтергә кәрәк, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Луганск Республикаһында башҡорт яугирҙәренең яҡты иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлаған урындағы кешеләр, власть органдары вәкилдәре менән тығыҙ бәйләнеш булдырған, үҙ-ара хеҙмәттәшлек итәбеҙ, ярҙам күрһәтеп торабыҙ. Әйткәндәй, тиҙҙән Петровское ҡалаһының 29-сы мәктәбенә 112-се кавалерия дивизияһында алышҡан башҡорт яугире, Советтар Союзы Геройы Сафа Хәсәнов исемен бирәсәктәр. Рәсми тантанала ҡатнашырбыҙ, тип өмөтләнәм.

Артабан беҙ Луганск Халыҡ Республикаһының Халыҡ Советы депутаттары Сергей Серов һәм Александра Коваленко менән күптән түгел нацистарҙан азат ителгән биләмәлә, Белокуракинский районының Алексеевка ауылында булдыҡ, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарҙың һәйкәленә сәскә һалдыҡ һәм 97 йәшен тултырған берҙән-бер ветеранды барып күрҙек, – тине Тимерйән Рәжәпов.

 

 

Фотолар Т. Рәжәповтың шәхси архивы.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: