Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
10 Май 2022, 12:04

Әҙелдәр ҙә Еңеү көнөн юғары кимәлдә үткәрҙе

..

Әҙелдәр ҙә Еңеү көнөн юғары кимәлдә үткәрҙе
Әҙелдәр ҙә Еңеү көнөн юғары кимәлдә үткәрҙе

9 Май- Бөйөк Еңеү байрамы айҡанлы ауылыбыҙҙа ҙур байрам булып үтте. Хөрмәтле ауылдаштарыбыҙ ҡаһарман яугирҙарыбыҙ хөрмәтенә һәйкәл янында тантаналы митинг үткәреп, яу ҡырҙарында һәләк булған, инде араларыбыҙҙан киткән ветеран ауылдаштарыбыҙ рухтарына арнап, һәйкәлебеҙгә сәскәләр һалдылар, бер минутҡа тын ҡалып, уларҙы хөрмәтләп хәтерләнеләр.
Тантаналы митингтан һуң, " Үлемһеҙлек полк" сафында яугир ауылдаштарыбыҙҙың фотолары менән ауыл урамдарынан үтеп, тыныс күгебеҙ, тормошобоҙ өсөн хөрмәттәрен күрһәттеләр. Был сафта үтеүе күңелдәрҙә әйтеп торғоһоҙ тойғолар ҡалдырҙы.
Аҙаҡтан "Һалдат бутҡа"һынан ауыҙ итеп, тәмле итеп самауыр сәйе менән һыйланып алдыҡ.
Был көн - мәңге хәтерҙәребеҙҙә буласаҡ, ошо матур тыныс тормошобоҙ өсөн беҙ барыбыҙҙа ҡаһарман яугирҙарыбыҙға, тылда хеҙмәт иткән олатай-өләсәйҙәребеҙгә бик бурыслыбыҙ.
Ошо мәртәбәле байрамды ойоштороуҙа ярҙамлашҡан, бик әүҙем ҡатнашҡан барлыҡ- барлыҡ ауылдаштарыбыҙға, йәш студент ҡыҙҙарыбыҙға, мәктәп уҡыусыларына ҙур-ҙур рәхмәтемде белдерәм. Барығыҙға ла ныҡлы иҫәнлек-һаулыҡ, аяҙ күкле, бәрәкәтле, бәхетле тормош, йән-күңел тыныслығы теләп ҡалам.

Автор: Алһыу Сәйетова

Автор:
Читайте нас: