Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
10 Май 2022, 12:22

Байғусҡар ауылы халҡы Бөйөк Еңеүҙең 77-се йыллығын лайыҡлы ҡаршы алды

..

Байғусҡар ауылы халҡы Бөйөк Еңеүҙең 77-се йыллығын лайыҡлы ҡаршы алды
Байғусҡар ауылы халҡы Бөйөк Еңеүҙең 77-се йыллығын лайыҡлы ҡаршы алды

Байғусҡар ауылы халҡы, Бөйөк Еңеүҙең 77-се йыллығын, лайыҡлы ҡаршы алдылар, мәҙәниәт йорто алды, матур итеп биҙәлгән, иртәнге 7 нән, барлыҡ ауылға һуғыш темаһына арналған йырҙар, көйҙәр яңғырай ине. Ауылдаштарзын, ситтән килгән ҡунаҡтарҙың куп булыуы һөйөндөрҙө. "Үлемһеҙ полк" патриотик акцияһына ҡушылып,флагтар, шарҙар тотоп, "Шайморатов генерал," "Катюша,"" Еңеү йырын" йырлап урам буйлап үттеләр,һуғыш ветерандары иҫтәлегенә арналған митингта Хәйбулла районының муниципаль районы депутаты Рәмил Марс улы Туҡаев, Татыр-үҙәк ауылы хакимиәте башлығы Данир Динар улы Назаров, староста К.Б Баймырҙин,Байғусҡар ауылынын, ветерандар советы рәйесе Зөфәр Мәхмүт улы Атановтар сығыш яһанылар.Байрам матур концерт номерҙары менән үрелеп барҙы, концертты алып барыусы Ғәлиә Ғиләжетдинова, Хәлил Вәлиев "һалдаттан ҡайтыу",бейеүе, Гөлсиә Гилэжетдинованын "Ҡайтыу" йыры, уҡыусы балаларҙың шиғырҙары, Зөфәр Атановтын баянда уйнауы күңелдәргә хуш килде. Ялан кухняһын да бешерелгән тәмле бутҡа, самауыр сәйе эсеп, йырлашып таралыштылар. Ҡаҙанда тәмле бутҡа бешереүсе Рәмилә Дэулэтбирзина, Нәйлә Рәмова, Резеда Колсонбаеваларга ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, аҙаҡ ҡашығаяҡ йыуышып, Рәмилә апай Дәүләтбирҙина, Мөнирә апай Моратов алар ҙур ярҙам күрһәттелэр, уларға һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем.

Автор: Байгускаровский Сдк

Автор:
Читайте нас: