

Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән Хәйбулла районынан бөтәһе 7059 кеше фронтҡа китә, шуларҙың 1669-ы яу ҡырында ятып ҡала, 1130-ы хәбәрһеҙ юғала, 11 кеше фашистарҙың концлагерында йән бирә.
Бөгөн Хәйбулла районында Бөйөк Еңеүҙең 77-се яҙын ике яугир-ветеран, 76 тыл хеҙмәтсәне, 24 һуғышта ҡатнашыусыларҙың тол ҡатыны, 1015 һуғыш осоро балаһы ҡаршылай. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Фәтхулла Юламанов — 99-сы, ә Иҙрис Түләшев 97-се йәшен ҡаршылай. Әйткәндәй, Иҙрис Түләшев—республикала берҙән-бер яугир-матбуғат ветераны.
Иҙрис Түләшев 1943 йылдың 19 ғинуарында Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыу ҡағыҙы ала. Чкалов (хәҙер Ырымбур) өлкәһенең Тоцк станцияһы янындағы лагерҙа һәм Чкалов хәрби пулемет училищеһында хәрби һөнәргә өйрәнгәс, 19 июлдә Һауа-десант ғәскәрҙәре сафына алына һәм Мәскәү өлкәһенең Ступин ҡалаһында 17-се гвардия бригадаһында хеҙмәт итә.
1944 йылдың июлендә 2-се Белоруссия фронты составында беренсе тапҡыр дошман менән осраша. Улар бер ыңғайҙан бандеровсыларға ҡаршы ла көрәш алып бара. Белоруссияны азат иткәс, 1945 йылдың 4 ғинуарынан 3-сө Украина фронты составында Венгрия, Чехословакия илдәрен немец-фашист баҫҡынсыларынан азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғышта ике тапҡыр яралана. Австрияның баш ҡалаһы Венаны алғас, уларҙың часын Чехословакияның баш ҡалаһы Прагаға ярҙамға ебәрәләр. Артабан Знойма, Йиглава, Табор ҡалаларын азат итәләр.
– 8 май көнө Тын ҡалаһы янында фашист Германияһының еңелеүе тураһында шатлыҡлы хәбәр ишеттек. Һуғыш бөтөүгә ҡарамаҫтан, июль айына тиклем ҡаршылыҡ күрһәтеүен дауам иткән дошман ҡалдыҡтарын тар-мар иттек, – тип иҫкә ала Иҙрис олатай.
Яугирҙе 1945 йылдың декабрендә Тула ҡалаһындағы 106-сы Һауа-десант дивизияһына күсерәләр, ул унда тағы ла дүрт йыл хеҙмәт итә. Тыуған яғына 1949 йылдың апрелендә генә ҡайтырға насип була.
Төрлө вазифаларҙы эшләгәндән һуң, 1956 йылда район гәзите редакцияһына эшкә килә һәм унда 30 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыға. Райондың иң оло десантсыһы Иҙрис Түләшев 90 йылдан ашыу шахмат уйнау менән дә мауыға. 18 июлдә ветеранға 97 йәш тула. Ҡатыны Гөльямал Ғәлиәхмәт ҡыҙы менән 73 йыл бергә тигеҙ ғүмер итәләр.
Хәйбулланың хөрмәтле ветарандарын Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотлайбыҙ һәм һаулыҡ, сәләмәтлек теләйбеҙ!
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.