Бөтә яңылыҡтар

Радий Хәбиров республика халҡын Еңеү көнө менән ҡотланы

-

Радий Хәбиров республика халҡын Еңеү көнө менән ҡотланы
Радий Хәбиров республика халҡын Еңеү көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге рәсми сәхифәһендә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Еңеү көнө менән ҡотланы һәм Совет халҡының фронттағы, тылдағы ҡаһарманлыҡтары хаҡында беҙҙең ил мәңге хәтерҙә тотасағын билдәләне.

“Был көндә беҙҙең берҙәм булыуыбыҙҙы айырыуса яҡшы аңлайһың һәм ошо берҙәмлектә - беҙҙең көсөбөҙ. Бөгөн беҙҙең яугирҙар, олатайҙарыбыҙ һәм ҡартатайҙарыбыҙ кеүек үк, йәнә нацистар менән һуғыша. 77 йыл элек кеүек үк, мотлаҡ еңеү яулаясаҡтар. Беҙ уларға ерҙәге тыныслыҡ, ҡаһарман ата-бабаларыбыҙ иҫтәлеге хаҡына бурыстарын лайыҡлы үтәргә теләйбеҙ. Һәммәһен дә изге байрам - Еңеү көнө менән ҡотлайым! Барлыҡ республика халҡына - ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет һәм тыныс күк йөҙө! Еңеүсе халыҡҡа дан! Рәсәй даны!», - тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Автор:Айнур Акилов.
Автор:
Читайте нас в