9 май - Еңеү көнө
9 Май 2022, 09:23

Бәләкәй Арыҫланғол ауылында Бөйөк Еңеү көнөнә арналған байрам сараһы үтте.

-

Бәләкәй Арыҫланғол ауылында Бөйөк Еңеү көнөнә арналған байрам сараһы үтте.Бәләкәй Арыҫланғол ауылында Бөйөк Еңеү көнөнә арналған байрам сараһы үтте.
Бәләкәй Арыҫланғол ауылында Бөйөк Еңеү көнөнә арналған байрам сараһы үтте.

Ауыл урамдарынан яңы барлыҡҡа килгән "Еңеү паркын" урап, "Үлемһеҙ полк" үтте. Яуҙа ятып ҡалған, яраланып ҡайтҡан, ҡайтып вафат булғандар исемлеге уйылып яҙылған таш һәйкәл янында митинг үтте. Ауыл хакимиәте башлығы Юнысов Таһир Мөғлитдин улы, отставкалағы майор Хунафин Хәким, пенсионерҙар советы рәйесе Сурин Айрат барыһын да байрам менән ҡотлап үтте.
Яугирҙәрҙе бер минут тынлыҡ менән иҫкә алып һәйкәлгә сәскәләр һалынды. Ауылдың һәүәҫкәр әртистәре барыһына йыр - бейеү бүләк итте. Күмәк фото төшөү, хәтирәләр, тәҫьораттар менән бүлешетеләр.
Һуңынан ауыл ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы бешергән "Һалдат бутҡаһы"н тәмләп ауылдаштарҙың күстәнәстәре менән тәмле сәй эсеп ҡайтты ауыл халҡы. Тыныслыҡ ҡына булһын ерҙә, тип таралды вәзәмдәр был яҡты байрамдан!

 

Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы.

Автор:
Читайте нас